АБДУЛЛИН Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы
1327
АБДУЛЛИН Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (23.6.1955, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал ҡсб), спортсы. Саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Ғ.Мамалимов, В.В.Шевнин). Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) 2 тапҡыр чемп. (30 км ярышта һәм эстафетала) һәм бронза призёры (15 км). Европа чемпионаты (2000) чемп. (эстафетала), көмөш призёры (15 км), 10, 15 һәм 30 км ярыштарҙа СССР (1980—85) һәм РСФСР (1980—85, 1988) чемпионы. СССР (1980—88), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командаһы ағзаһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: