Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРАР ХОҠУҠ

Просмотров: 1429

АГРАР ХОҠУҠ, а.х. продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу, аграр өлкәлә идара итеү, ауылдың соц. проблемаларын хәл итеү б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе комплекслы хоҡуҡ тармағы. А.х. мөнәсәбәттәре а.х. етештереүе өлкәһендә барлыҡҡа килгән ер, мөлкәт, хеҙмәт, финанс, ойоштороу‑идара итеү мөнәсәбәттәренең тулы бөтөнлөгөн тәшкил итә. 20 б. 90‑сы йй. тиклем был мөнәсәбәттәр колхоз хоҡуғы һәм ергә хоҡуҡ сиктәрендә ҡарала. А.х. дәүләттең аграр сәйәсәтен тормошҡа ашырырға, а.х. мөнәсәбәттәрен берҙәм хоҡуҡҡа буйһондорорға, аграр ҡануниәтте системаға һалырға, А.х. проблемаларын ғилми яҡтан тикшереүҙе әүҙемләштерергә мөмкинлек бирә.

БР‑ҙың аграр мөнәсәбәттәре федераль һәм респ. норматив‑хоҡуҡ акттары м‑н көйләнә. БР‑ҙа 1991 й. 22 мартында (2004 й. көсөн юғалта) Ер кодексы, 1993 й. 14 июлендә “Иген тураһында”, 1994 й. 21 дек. “БР‑ҙа дәүләт ихтыяжы өсөн ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу һәм тапшырыу тураһында” , 1997 й. 11 нояб. “Ерҙе мелиорациялау тураһында”, 2000 й. 4 февр. “БР‑ҙа аҙыҡ‑түлек именлеге тураһында”, 2000 й. 7 февр. “БР‑ҙа граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы тураһында”, 2001 й. 10 ғин. “Йылҡысылыҡ тураһында”, 2004 й. 5 ғин. “БР‑ҙа ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”, 2006 й. 8 дек. “БР‑ҙа ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында”, 2007 й. 31 окт. “БР‑ҙа ауыл хужалығын үҫтереү тураһында” һ.б. закондар ҡабул ителә.

90‑сы йй. 2‑се ярт. респ. Ф.М.Раянов етәкс. аграр‑хоҡуҡи ғилми йүнәлеш формалаша. А.х. мөнәсәбәттәре өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе Р.Х.Ғәбитов, Ф.Р.Моратшин, И.Ә.Фаршатов, Р.А.Ханнанов һ.б. алып бара. Өфөлә А.х. мәсьәләләре б‑са бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конф. уҙғарыла. 1994—2001 йй. Хоҡуҡ институты эргәһендә “Тәбиғәт ресурстары хоҡуғы; аграр хоҡуҡ; экологик хоҡуҡ” һөнәрҙәре б‑са дисс. советы эшләй. 1985 й. илдә тәүге тапҡыр БДУ‑ның юридик ф‑тында А.х. йүнәлеше б‑са уҡытыу ойошторола.

Әҙәб.: Аграрное право. М., 1998; Муратшин Ф.Р. Становление и развитие аграрного законодательства Башкортостана: история и современность. Уфа, 1999.

Ф.Р.Моратшин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: