“АҒИҘЕЛ”, спорт клубы
1329
“АҒИҘЕЛ”, “Башнефтезаводстрой” ААЙ‑ның спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1961—93 йй. “Строитель”стадионы базаһында эшләгән. Ауыр атлетика, волейбол, конькиҙа шыуыу спорты, саңғы ярышы һәм футбол секциялары булған. “А.” 42 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән.
Клуб тәрбиәләнеүселәре В.П. һәм Н.П. Горбатовалар үҫмер спортсылар араһында саңғы ярышы б‑са СССР чемп. була (1967). “А.” м‑н Р.М.Әхмәтйәнов эшмәкәрлеге бәйле.
Й.А.Буранғолов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: