БАЙМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ
БАЙМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, 1963 й. Баймаҡ ҡ. нигеҙ һалына, 1965 й. Сибай ҡ. күсерелә, 1978 й. алып Баймаҡ р‑ны Урғаҙа а. урынлашҡан. 1984 й. “Йылайыр” с‑зы м‑н берләшкәндән һуң “Йылайыр” совхоз‑техникумына үҙгәртелә, 2001 й. —Б.а.х.т., 2014 й. —Баймаҡ а.х. колледжы, 2015 й. башлап Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә агрономия, а.х. механизациялау, ветеринария, зоотехния, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, гаражы, коллекция участкаһы, 2 дөйөм ятағы, баҡсаһы, спорт залы, стадионы, уҡытыу оҫтаханалары (тимерлек, иретеп йәбештереү, слесарлыҡ, токарлыҡ цехтары) бар. Техникумды 12 меңдән ашыу белгес тамамлаған (2011), улар араһында К.С.Сөләймәнов.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова