БАКАЛАВРИАТ
БАКАЛАВРИАТ, юғары белем системаһында тәүге баҫҡыс. “Бакалавр” дәрәжәһе база юғары белем программаһын (4 йыл) үҙләштергәндән һуң бирелә һәм магистр дәрәжәһе (ҡара: Магистратура) алыр өсөн уҡыуҙы дауам итеү хоҡуғын бирә. Күп кенә сит илдәрҙә (АҠШ, Англия һ.б.) бакалавр — ун‑т тамамлағандан һуң алынған тәүге ғилми дәрәжә. Францияла тулы урта мәктәп тамамлаусыларға тапшырыла һәм вуздарға инеү хоҡуғын бирә. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. бакалавр тип Мәскәү ун‑ты эргәһендәге Уҡытыусылар ин‑тын тамамлаусылар аталған. РФ‑та Б. 1990‑сы йй. алып индерелә, БР‑ҙа — 1992 й. башлап (БДУ, Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад., ӨДАТУ, ӨДНТУ һ.б.).
Г.Ғ.Имамова
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина