Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ”, йыйынтык

Просмотров: 1285

“БИБЛИОТЕКИ БАШКИРИИ” (“Башҡортостан китапханалары”), Милли китапхана йыйынтығы. Өфө ҡ. 1965—1994 йй. урыҫ телендә нәшер ителә. Барлығы 8 һаны сыға; һуңғыһы “Библиотеки Башкортостана” тип аталған. Йыйынтыҡ биттәрендә республика китапханаларының эш тәжрибәһе яҡтыртыла; халыҡҡа китапхана‑библиографик хеҙмәттәр күрһәтеүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған материалдар, китапхана хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәләре һәм фәнни‑ғәмәли конференциялары хаҡында мәғлүмәт баҫыла. Айырым һандары махсус баҫма булараҡ сыға, мәҫәлән, 5‑сеһе — “Эшселәргә коммунистик тәрбиә биреүҙә китапханаларҙың роле” (“Роль библиотек в коммунистическом воспитании трудящихся”; 1975); 6‑сыһы — “СССР‑ҙың 60 йыллығына ҡарата Башҡортостан китапханалары” (“Библиотеки Башкирии к 60‑летию образования СССР”; 1982); 7‑сеһе — “Халыҡтар дуҫлығы — әҙәбиәттәр дуҫлығы” (“Дружба народов — дружба литератур”; 1989).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: