Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙРҮЗЕВТАР

Просмотров: 1354

ФӘЙРҮЗЕВТАР, цирк артистары ғаиләһе, дрессировщиктар, эквилибристар. Ринат Миңлеәхмәт улы Ф. (18.3.1949, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), акробат. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1975) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективында, 1990—2010 йй. Рәсәй дәүләт цирк компанияһының төрлө программаларында (Мәскәү) эшләй. “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар”, бер үк ваҡытта 1975—77 йй. “Комик батут”, 1987 й. алып “Эт һәм бесәйҙәр менән эксцентрик эквилибр”, 1995 й. — “Элекке дуҫтар” номерҙарында эшләй. Фәниә Сәғетдин ҡыҙы Ф. (13.12.1951, Өфө), БР‑ҙың атҡ. артисы (1993). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1989). 1973 й. алып Башҡ. цирк коллективында, 1985—2010 йй. Рәсәй дәүләт цирк компанияһының төрлө программаларында эшләй. “Эт һәм бесәйҙәр менән эксцентрик эквилибр” (1984) һәм “Элекке дуҫтар” (1995) номерҙарын ижад итеүсе, уларҙың етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Ф. Рәсәй һәм сит илдәр (Австрия, Германия, Нидерланды, Франция, Швеция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: