ФАЙРУШИН Иван Сергеевич
ФАЙРУШИН Иван Сергеевич (15.11. 1950, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Бахтыбай а. — 4.7.2006, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Китап”, 1993 й. алып “Восток” нәшриәтенең, 1994—95 йй. “Светлячок” (“Баҙлауыҡ”; бөтәһе лә — Өфө), 1998—2006 йй. “Бельские просторы” ж. художество мөхәррире. Башлыса китап графикаһы өлкәһендә эшләй. С.Алексеевтың “Урыҫтар тарихынан йөҙ хикәйә” (“Сто рассказов из русской истории”; 1980), Ғ.Й.Рамаҙановтың “Байраҡ хаҡында поэма” (1987) китаптарын, “Сәләм һиңә, Башҡортостан” (1983) шиғырҙар йыйынтығын, “Башҡортостан халыҡтарының әкиәттәре” (“Сказки народов Башкортостана”; 1993), И.М.Гвоздикованың “Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы тикшереү” (“Салават Юлаев. Исследование документальных источников”; 1992) һәм “Башҡортостан Е.И.Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында һәм унан алда” (“Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва”; 1999) китаптарын, “Мостай Кәрим. Тормошо һәм ижады” (“Мустай Карим. Жизнь и творчество”; 2000) фотоальбомын биҙәй. “Башҡортостан”, “Слово” һ.б. нәшриәттәр м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Марий Эл Респ. Т.Евсеев ис. Милли музейы (Йошкар‑Ола) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Мәскәү халыҡ‑ара китап күргәҙмә‑йәрминкәһе (1981), бөтә Рәсәй “Китап сәнғәте” (“Искусство книги”; 1987), миниатюр китаптар (1991; бөтәһе лә — Мәскәү) конкурстары дипломанты.
М.Л.Әхмәҙуллин
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова