Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЛЬК Иоганн Петер

Просмотров: 1623

ФАЛЬК Иоганн Петер (1725, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1727 йәки 1732, Швеция — 31.3.1774, Ҡазан), сәйәхәтсе, ботаник. Медицина докторы. Упсаль ун‑тын (Швеция) тамамлаған. 1767 й. алып Император Фәндәр һәм сәнғәт акад. (С.‑Петербург) Ботаника баҡсаһы директоры. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен өйрәнеү б‑са Академик экспедициялар етәксеһе. Экспедициялар ваҡытында Ырымбур губ. Өфө, Иҫәт провинцияларында, ш. иҫ. Көньяҡ Уралдың 19 тау заводында (Белорет, Вознесенка, Ҡытау-Ивановка, Әүжән-Петровск з‑дтары һ.б.), Бөрө, Өфө ҡҡ., Табын ҡәлғәһендә булған. Ф. тарафынан башҡорт, мари, татар, урыҫ, удмурт, сыуаш һәм төбәктең башҡа халыҡтары т‑да этнографик материалдар тупланған. Башҡорт ауылдарының төҙөлөшөн, традицион шөғөлдәрен (малсылыҡ, солоҡсолоҡ), хужалығын, йәйләүҙәрен һүрәтләгән. Император Ирекле иҡт. ойошмаһы ағзаһы итеп һайланған.

Х е ҙ м.: Записки путешествия академика Фалька // Полное собрание учёных путешествий по России. Т. 6—7. СПб., 1824—1825.

Әҙәб.: Исследователи-путешественники о Башкортостане: XVIII век. Уфа, 2007.

В.В.Сидоров

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019