ФИКОМИЦЕС
ФИКОМИЦЕС (Phycomyces), зигомицеттар класының мукор һымаҡтар тәртибенә ҡараған түбән төҙөлөшлө бәшмәк заты. 3 төрө билдәле (бөтәһе лә БР‑ҙа осрай), киң таралған. Мицелийы субстрат, яҡшы үҫешкән, төҫһөҙ гифтарҙан тора. Спорангиялары эре, сағыу һары төҫтә, өлгөргәс ҡара төҫтә була, ҡабығы өлгөргән саҡта тарала; 80 меңгә тиклем споралары бар. Спорангия йөрөтөүселәр яңғыҙар, оҙонлоғо 30 см тиклем, кутинланған, ҡарағусҡыл, күкһел йәшел төҫтә, металл ялтырауыҡлы, ыңғай фототропизмға эйә. Ф. — гетероталлик бәшмәк. Енси (зигогамия) һәм енесһеҙ (спорангиоспоралар) юл м‑н үрсей. Зиготаһы эре, тарбаҡлы ҡара үҫентеләр м‑н уратып алынған каротиноидтарға бай булған ҡабарынҡы суспензорҙары (гаметангиялар янында ятҡан копуляцион гиф остары) булған ҡара шыма тышлы. Сапротрофтар, тупраҡта, үлән ашаусы хайуандарҙың тиҙәгендә үҫешә. Ф. — биохимик, физиол. һ.б. эксперименттар үткәргәндә, Phycomyces blakesleeanus микробиология сәнәғәтендә ҡулланыла.
И.Е.Дубовик
Тәрж. Г.А.Миһранова