ФИЛАРЕТА
ФИЛАРЕТА [донъяуи исеме Бычкова Стефанида Стефановна; 1797, Ырымбур губ. Минзәлә өйәҙе Бәтке а. (ТР‑ҙың Туҡай р‑ны) — 2.3. 1890, Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры], дин әһеле, игуменья (1838). Монахлыҡ ҡабул иткән (1838). 1826 й. алып Бәтке а. хөжрә йыйыштырыусылар‑ҡара эшселәр общинаһында, 1828 й. башлап община (1832 й. Өфөгә күсерелгән), 1838 й. — Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры настоятельницаһы. Ф. етәкс. Благовещение һәм изге Благоверный кенәз Александр Невский хөрмәтенә сиркәүҙәре, торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары булған монастырь комплексы төҙөлә; алтын м‑н ҡайыу, икона төшөрөү, келәм туҡыу, юрған оҫтаханалары, май шәм з‑ды асыла; төп ер фонды (238 дисәтинә), Бөрө й. тирмәне, Өфөлә 2 ҡатлы таш йорто (Коммунистик урамы, 50) була. 1858 й. Түб. Новгород Крестовоздвижение монастырына һөргөнгә ебәрелә. 1861 й. башлап Полтава губ. Лада Покровы монастыры игуменьяһы. 1868 й. ялға сыға. 1877 й. алып Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастырында. Түшкә таға торған тәре м‑н бүләкләнгән (1853).
Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Уфимский Благовещенский женский монастырь. Очерки истории (1826—1929 гг.). Уфа, 2006.
Ю.Н.Сергеев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина