ФИЛАТОВ Григорий Иванович
ФИЛАТОВ Григорий Иванович (17.11.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Ҡаҫмарт утары, хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Яңы Ҡаҫмарт а., — 23.3.2000, Мәскәү), лётчик, капитан (1946). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1939). Вагондар эшләү з‑дында эшләгән (Түб. Тагил ҡ.). 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Калинин, Волхов һәм Көнбайыш фронттарҙа хеҙмәт иткән. Герой исеменә 1‑се һауа армияһының 7‑се авиация див. 146‑сы гвардия истребитель авиацияһы полкының ком. ярҙамсыһы өлкән лейт. Ф. 128 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1942) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин