Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОТОХИМИЯ

Просмотров: 1076

ФОТОХИМИЯ, химияның матдәләрҙең яҡын УФ (яҡынса 100—400 нм) һәм инфраҡыҙыл (0,8—1,5 мкм), күренгән (400—800 нм) нурҙарҙы йотҡандағы әүерелеүҙәрен өйрәнгән бүлеге. Оптика, фотофизика, химик кинетика, квант химияһы, молекулаларҙың төҙөлөшө теорияһы һәм физик химияның башҡа бүлектәре м‑н тығыҙ бәйле. Бәләкәй молекулаларҙың (молекулаларҙың ҡуҙғытылған хәлдәге элементар акттарының динамикаһын тикшереү), органик һәм органик булмаған (берләшмәләрҙең фотоәүерелеүҙәрен, фотохимик синтезлау ысулдарын тикшереү), физик (фотохимик реакцияларҙың механизмдарын һәм кинетик законлыҡтарын тикшереү) Ф. айырыла. Молекула йәки ион яҡтылыҡ квантын йотҡанда яҡынса 10‑15 с ваҡыт эсендә төп (тотороҡло) хәлдән ҡуҙғыу (синглетлы хәл, йәшәү ваҡыты яҡынса 10‑8 с; триплетлы, шыйыҡ мөхит өсөн 10‑5—10‑15 с алып ҡаты полимерҙар өсөн 20 с тиклем) хәленә күсә; ул хәлдә фотохимик реакцияға инә. Беренсел продукттар (радикалдар, иондар, ион‑радикалдар, электрондар) тотороҡһоҙ, 10‑3 с артығырак ваҡыт эсендә төп продукттар барлыҡҡа килтереп икенсел реакцияларға инә. Ҡуҙғытылған молекула (бер өлөшө фотохимик реакцияға инмәй, флуоресценция йәки фосфоресценция аша дезактивация һөҙөмтәһендә башланғыс хәлгә ҡайта; ҡара: Люминесценция) йыш ҡына ҡуҙғытылмаған молекула м‑н комплекс (эксимер йәки эксиплекс) барлыҡҡа килтерә. Фотохимик реакциялар (фотоионлашыу, ‑сенсибилизация, ‑изомерлаштырыу, электрон күсеү һ.б.) квант сығыш (реакцияға ингән молекулалар һанының йотолған яҡтылыҡ кванттары һанына бәйләнеше) м‑н характерлана. Ф. актинометрия, импульслы фотолиз, радио‑, оптик эмиссиялы һәм абсорбциялы, лазерлы спектроскопия һ.б. ысулдар ҡулланыла. Фотохимик процестар фотографияла (көмөш галогенидтарының, диазоберләшмәләрҙең фотохимик тарҡалыуы), фотолитографияла һәм мәғлүмәт теркәүҙең башҡа процестарында, берләшмәләр синтезында (капролактам, D төркөмө витаминдары һ.б.), полимерҙарҙы синтезлау һәм модификациялауҙа (фотополимерлашыу, ‑модификация, ‑деструкция), квантлы (фотохимик лазерҙар, япҡыстар, модуляторҙар) һәм микроэлектроникала, полиграфияла (баҫма формалары), мед. учреждениеларында һыуҙы (ҡара: Һыу таҙартыу), һауаны зарарһыҙландырыу (бактерицидлы лампалар) өсөн файҙаланыла. Тәбиғи фотохимик процестар — хлорофилл фотосинтезы, родопсинды фотоизомерлаштырыу, атмосфераның юғары ҡатламдарында озондың барлыҡҡа килеүе. Башҡортостанда Ф. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. А.И.Киприанов етәкс. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы эвакуацияһы осоронда башлана. 60‑сы йй. алып Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) фотохимик реакциялар механизмдарын (В.П.Казаков һ.б.), шыйыҡ фазала окисланыу һәм радикал реакцияларының Ф. (В.Д.Комиссаров һ.б.), 80‑се йй. — фотохимик реакцияларҙы полимер плёнкалар, органик быяла (Г.В.Леплянин, С.Р.Рафиҡов һ.б.) алыу өсөн ҡулланыу һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында магнитлы ярымүткәргестәрҙә һәм диэлектриктарҙа (Р.А.Дорошенко, В.А.Мазунов һ.б.) фотоиндукциялы күренештәр, БДУ‑ла төрлө мөхит шарттарында үҫемлектәрҙең фотосинтезы (З.Ф.Рахманҡолова, И.Й.Усманов) өйрәнелә, ӨДНТУ‑ла (В.В.Зорин) полимерлашыуҙың фотоинициаторҙары эшләнә. 70‑се йй. респ. пр‑тиеларында фотолитография ҡулланыу технологиялары, 80‑се йй. аҙ. фоторедукциялаусы плёнкалар производствоһы үҙләштерелә. 90‑сы йй. уртаһынан респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында хирургик дауалауҙа инфраҡыҙыл фотокоагуляция ҡулланыла (В.М.Тимербулатов һ.б.).

В.П.Казаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: