ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ
ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, дөйөм дауалау саралары м-н бер рәттән оператив (хирургик) ҡатнашыу кәрәк булған кеше һәм хайуандарҙың ауырыуҙары. Башлыса хирургик дауалауҙы талап иткән (травмалар, организмдың йәшәү функцияларын боҙған үҫеш кәмселеге һәм тыумыштан килгән ауырыуҙар, йомшаҡ туҡымаларҙың һәм эске ағзаларҙың хирургия инфекциялары, ҡайһы бер шештәр, паразитар ауырыуҙар һ.б.) һәм хирургик дауалау ҡатмарлы осраҡта кәрәк булған (мәҫ., пневмония һөҙөмтәһендә үпкәләр абсцесы, сей яра ауырыуы ваҡытында эсәктәр көбө тишелеүе һ.б.) ауырыуҙар айырыла. Клиник яҡтан дөйөм шешеү (ауыртыныу, гиперемия, шешенеү һ.б.) һәм специфик (теге йәки был ағзаның зарарланыуы сәбәпле) симптомдар, ауыр осраҡта организмдың йәшәү өсөн мөһим ағзалары һәм системалары функцияларының боҙолоуы аша беленә. Х.а. диагностикаһы өсөн анамнез, клиник, лаб. һәм инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, оператив, физиотерапевтик һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: сепсис, перитонит, ҡан ағыу, эсе ҡыуыш ағзалар тишелеүе, тамырҙарҙың, тын юлдарының, йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙың һ.б. ҡыҫылыуы. Иҫкәртеү: эске ағзаларҙың шешеү ауырыуҙарын ваҡытында дауалау, хайуандарҙа – асептика, антисептика, аҫрау һәм ашатыу ҡағиҙәләрен үтәү.
Кешенең Х.а. Башҡортостанда 2005 й. амбулатория-поликлиника учреждениеларында 195395, стационар учреждениеларҙа – 233347; 2007 й. ярашлы рәүештә 186040 һәм 237047; 2008 й. – 176759 һәм 240357 операция эшләнелә. Х.а. иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау проблемалары б-са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30-сы йй. уртаһынан Медицина университетында, Күҙ ауырыуҙары институтында, Күҙһәм пластик хирургия үҙәгендәалып барыла.
Хайуандарҙың Х.а. Башҡортостанда ослоҡтар (некробактериоз, пододерматиттар, тояҡтар араһындағы сей яра һ.б.), күҙҙәрҙең (риккетсиоз кератоконъюнктивит, телязиоз, күҙ мөгөҙсәһе йәрәхәттәре һ.б.) Х.а. киң таралған. Хайуандарҙың Х.а. проблемалары б-са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40-сы йй. башлап Аграр университетта алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Хирургия.
В.В.Ғимранов, О.А.Караванова, М.Ә.Нартайлаҡов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина