ЙЫРТҠЫСТАР
ЙЫРТҠЫСТАР (Carnivora), имеҙеүселәр отряды. 7 ғаиләһе, 240 төрө билдәле. БР‑ҙа 4 ғаиләгә (айыу, бесәй, һыуһар, эт) ҡараған 16 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 11 см алып (йәтсә) 250 см тиклем (һоро айыу), ауырлығы 100 г алып 700 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа һәм ҡатынан (бесәйҙәр) алып ҡуйы һәм ҡабарынҡыға (һыуһар) тиклем. Төҫтәре төрлө (бер төҫлө, таплы, арҡыры һыҙатлы, ике төҫлө), ҡайһы бер төрҙәргә төҫтөң миҙгел диморфизмы хас (аҫтың, йәтсәнең йөнө ҡышын аҡ төҫтә). Күпселек төрҙәрҙә еҫле секрет бүлеп сығарған сат биҙҙәре бар. Башы бәләкәй, мороно ғәҙәттә оҙонса. Ҡолаҡ япраҡтары күпселек төрҙәрҙә яҡшы үҫешкән, осло. Ҡырҡҡыс тештәре ваҡ, ҡаҙыҡ тештәре осло, күп Й. дүртенсе өҫкө аҙау алды һәм беренсе аҫҡы аҙау тештәре бер‑береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, яҡшы үҫешкән (“йыртҡыс тештәре”). Муйыны аныҡ беленә, уртаса оҙонлоҡта йәки оҙон (ваҡ һыуһарҙар). Күпселек төрҙәре табанда йөрөй, 4—5 бармаҡлы, тырнаҡтары ҙур, ҡайһы берҙә эскә батҡан. Ҡойроғо бик ҡыҫҡанан (айыу) алып оҙонға (эт) тиклем. Моногам. Бүре, һоро айыу енси яҡтан 3 йылда, ваҡ Й. (аҫ, йәтсә һ.б.) бер нисә айҙан алып 2 йәшкә тиклем осорҙа өлгөрә. Эре Й. 2—3 йылға 1 тапҡыр (бер юлы 2—8), ваҡтары йылына 1—2 тапҡыр (10—12) һуҡыр бала тыуҙыра. Ваҡ төрҙәре 4—5, эреләре 50 йылға тиклем йәшәй. Бурһыҡ һәм айыу ҡышын йоҡоға, эт-янут һиҙгер йоҡоға тала. Ит м‑н, күп төрҙәре ш. уҡ үҫемлек м‑н дә туҡлана. Ер өҫтөндә йәшәйҙәр, башлыса урмандарҙа, һирәк осраҡта башҡа биотоптарҙа тереклек итәләр. Респ. бөтә терр‑яһында таралғандар. Тояҡлыларҙың һәм кимереүселәрҙең һанын тәбиғи көйләүселәр. Тире кәсебе, спорт һунары объекттары. Инфекцион ауырыуҙарҙы таратыусылар. Ҡама һәм европа шәшкеһе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
М.Ғ.Баянов
Тәрж. Г.А.Миһранова