ХЛОРАМИНДАР
ХЛОРАМИНДАР, молекулаларында N—Cl бәйләнеше булған берләшмәләр. Улар эсенә аммиактың(дөйөм формулаһы NH3-xClx, бында x=1—3; органик булмаған Х.), аминдарҙың(RNHCl йәки RNCl2, бында R – органик ҡалдыҡ; органик Х.), карбон һәм сульфокислоталар амидтарының (дөйөм формулалары ярашлы рәүештә RCONHCl , RSONHCl , бында х=1 — 2, R — алкил йәки арил) моно-, ди-, трихлор сығарылмалары; ш. иҫ. N-хлориминдар һәм N-хлоримидтар, N-хлоранилиндар инә. Х. – шыйыҡса йәки ҡаты хәлдәге матдәләр (сульфокислоталарҙың хлорамидтары төҫһөҙ йәки асыҡ һары төҫтәге кристалдар), ҡырҡыу еҫкә эйә. Эреүсәнлеге Х. органик өлөшөнөң полярлығына бәйле, мәҫ., хлорамидтар һыуҙа (бензолсульфокислоталарҙың дихлорамидтарынан тыш), органик эреткестәрҙә (бензол-, толуолсульфокислоталарҙың монохлорамидтарынан тыш) эрей. Дым тәьҫирендә амин һәм хлорлыраҡ к-таға тиклем тарҡала, органик эреткестәрҙә Х. тотороҡло була. Окисландырыусылар һәм хлорлаусы агенттар, иодидтарҙан иодты ҡыҫырыҡлап сығара. Органик булмаған Х.: ирекле хәлдәге монохлораминдың шартлауы мөмкин, диэтил эфирында тотороҡло; дихлорамин тиҙ тарҡала. Органик хлорамидтар tиреү юғарыраҡ йылытҡанда тарҡала, ҡайһы берҙә шартлай, органик матдәләр м-н тәьҫир итешкәндә үҙенән-үҙе тоҡана. Лайлалы тиресәне ҡуҙғыта (мәҫ., Б монохлораминдың ПДК-һы 0,1 мг/м3). Органик булмаған Х. һыу эретмәһендә хлорҙы, гипохлориттарҙы, хлорлыраҡ к-таны – аммиак м-н, органик Х.аминдар, амидтар һәм уларҙың тоҙҙары м-н тәьҫир итештереп алалар. Карбон к-таларының хлорамидтары – беренсел аминдарҙы алыуҙың аралаш продукттары. Бензол-(Б монохлорамины) һәм толуол-(Т монохлорамин) сульфокислоталары монохлорамидтарының натрий тоҙҙары тригидраттары, n-хлорбензолсульфокислота монохлорамидының натрий тоҙо гидраты (ХБ монохлорамины); бензол-(Б дихлорамины), n-толуол-(Т дихлорамины), n-хлорбензол-(ХБ дихлорамины), n‑карбоксибензол(галазон, пантосепт, пантоцид) сульфокислоталарының дихлорамидтары киң ҡулланыла. Антисептик һәм дезодорация тәьҫире бар. Х. инфицирланған яраларҙы дауалау (1,5—2%-лы һыу эретмәләре), дезинфекциялау (0,25—0,5%-лы эретмәләр), ҡайһы бер ағыулағыс матдәләрҙе (ш. иҫ. ипритты) газһыҙландырыу өсөн, туҡыу сәнәғәтендә ағартҡыс, аналитик химияла (хлораминометрия) реагент сифатында файҙаланыла. Органик булмаған монохлорамин — α-диазокетондарҙы, стероидтарҙы, триарилфосфиниминдарҙы һ.б. синтезлау реагенты. Башҡортостанда 1964—2004 йй. “Уфахимпром” ААЙ илдә берҙән-бер моно-һәм Б дихлораминын етештереүсе булған.
Р.Н.Заһиҙуллин
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов