ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы
ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. июленән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкы 1‑се эскадронының пулемёт расчёты командиры өлкән сержант Х. 1943 й. 18 сентябрендә Березна а. янындағы алышта һәм Нивки а. тирәһендә Днепр й. (икеһе лә — Белорус ССР‑ы) аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Маҡар районында: Һайран ауыл советы, 1945—48 йй. “Яңы тормош” колхозы, 1952 й. алып “Алға” сәнәғәт артеле рәйесе булып эшләй. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). Тыуған ауылында һәм Ишембай ҡ. Х. исеме менән урамдар аталған, Ишембай ҡ. Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин