Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУМИЛОВ ШАРЛАУЫҒЫ

Просмотров: 1138

ШУМИЛОВ ШАРЛАУЫҒЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Туймазы р‑ны Түб. Троицк а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Казённый лог шишмәһенең (Кама й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 4,6 га. Ҡазан ярусының карбонат­лы тоҡомдарынан һәм эзбизле туф ултырмаларынан торған (ҡалынлығы 8—10 м) текә битләүҙән ғибәрәт, унан шарлауыҡтар каскады (бейеклеге 3 м тиклем) барлыҡҡа килтереүсе сығанаҡтар ағып төшә. Карст һыуҙарының түбәнәйә барыусы верти­каль хәрәкәте зонаһында ҡыуыш һәм 5 мәмерйә (оҙонлоғо 3,5—13,0 м; Көнсығыш Европа платформаһы туфтарындағы берҙән‑бер мәмерйәләр) формалашҡан, уларҙа үтә аҡмалы күлдәр, сталактиттар (оҙонлоғо 5—15 см) бар. Массивтың төньяҡ өлөшөндә бер‑береһенән 35 м алыҫлыҡта 2 мәмерйә урынлашҡан: беренсеһе көнбайыштан көнсығышҡа йүнәлеш ала, юл (оҙонлоғо 0,8 м, диам. 0,4 м) м‑н тоташҡан 2 залдан (оҙонлоғо 2,3 м, киңлеге 2,0 м тиклем, бейеклеге 1,0 м һәм ошоға ярашлы 1,8 м, 0,5 м, 1,0 м) тора; икенсеһе көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙылған (оҙонлоғо 3,5 м, киңлеге 2,0 м, бейе­клеге 1,5 м). Стеналары кальцит һарҡымдары м‑н ҡапланған, түбәһендә сталактиттар бар; т‑раһы 8—15°С. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һаҙмат болондар ҡатыш киң япраҡлы ҡатнаш урмандарҙан (йүкә, йыла, саған һ.б.) ғибәрәт. Массивтың битләүҙәрендә йәшел мүктәр, ш. иҫ. шишмә брахитециумы, осрай; ҡаялы һикәлтәләрендә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән шифалы бесәй үләне үҫә.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019