Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҘҒАЛАҠ

Просмотров: 1550

ҠУҘҒАЛАҠ(Rumex), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 14 төрө үҫә: ат Ҡ., турғай Ҡ., урыҫ Ҡ., һыу Ҡ. һ.б. Күп, ике йәки бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ғәҙәттә өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 5—200 см.

Тамыр яны розеткаһының япрағы оҙон һаплы, ҡыяҡтан алып киң йомортҡа формаһына тиклем; төбөндә йөрәк, уҡ рәүешле йәки ян‑яҡ көрәксәләр м‑н, һабаҡ япрағы вағыраҡ, йыш ҡына һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәһе йәшкелт, һирәгерәк аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, өҫкө япрағының йәки сәскә ҡолаҡсынының ҡуйынында шәлкемләп урынлашҡан, ике йәки айырым енесле; ос һепертке йәки суҡ рәүешле сәскәлеккә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше сәтләүек рәүешле, өс ҡырлы, июль—сент. өлгөрә. Һирәк ҡатнаш урмандарҙа, урман ситтәрендә, аҡландарҙа, урман һәм һыубаҫар болондарҙа, битләүҙәрҙә, ҡалдауҙарҙа, йылғаларҙың ҡомло һәм ҡырсынташлы ярҙары буйлап, йырындарҙа һ.б. үҫә.

Турғай Ҡ. — респ. бөтә терр‑яһында; пирамида Ҡ., урыҫ Ҡ. — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, һирәгерәк Башҡортостандың Урал аръяғында; альп Ҡ. — Ирәмәл һәм Ямантау тауҙарының субальп һәм альп бүлкәттәрендә; Маршалл Ҡ., Украина Ҡ. — башлыса респ. көньяғында; оҙон япраҡлы Ҡ. — Ауырғазы р‑нында; эре Ҡ. Дәүләкән ҡ. тирә‑яғында осрай. Мал аҙығы, баллы, ашарға яраҡлы, ҡый, техник үҫемлектәр. Ат Ҡ. составында антрацендың сығарылмалары, дуплаусы матдәләр, флавоноидтар һ.б. бар, медицинала ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019