Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКСТЕРНАТ

Просмотров: 1594

ЭКСТЕРНАТ (лат. externus — сит), мәғариф учреждениеһына мәжбүри йөрөмәйенсә белем алыу формаһы. РФ‑тың һәм БР‑ҙың “Мәғариф тураһында” (1992) закондарына, РФ Мәғариф министрлығының “Экстернат формаһында башланғыс профессиональ белем алыу тураһында” (1995), “Рәсәй Федерацияһының дәүләт, муниципаль юғары уҡыу йорттарындағы экстернат тураһында” (1997), “Экстернат формаһында дөйөм белем алыу тураһында” (2000) положениеларына һ.б. ярашлы эшләй. Дөйөм һәм проф. мәғариф программаларын артабан уҡыу йортонда аттестация үтеү юлы м‑н үҙ аллы, ш. иҫ. тиҙләтелгән, үҙләштереүҙе күҙ алдында тота. Э. формаһында урта проф. белем алыу хоҡуғы м‑н урта (тулы) дөйөм белемгә эйә булыусылар, юғары белем алыу хоҡуғы м‑н урта (тулы) дөйөм йәки урта проф. белемдән дә кәм булмаған белемгә эйә булыусылар файҙалана. Рәсәйҙә 1828 й. алып өйәҙ училищелары эргәһендә башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, 1872 й. башлап уҡытыусылар институттары эргәһендә ҡала училищелары уҡытыусыһы булып эшләргә теләүселәр өсөн һынауҙар билдә­ләнә. Һынауҙар Алла Ҡануны, дөйөм һәм урыҫ географияһы, дөйөм һәм урыҫ тарихы, йыр, математика, таҙа яҙыу, төп предметтарҙы уҡытыу методикаһы, тәбиғи тарих, урыҫ теле, физика, һыҙым һәм рәсем б‑са, 20 б. башынан ш. уҡ алгебра, геометрия, педагогика б‑са үткәрелә. 19 б. аҙ. башлап Э. дөйөм белем биреү мәктәбендә, проф. белем биреүҙең башҡа өлкәләрендә формалаша башлай. 1903 й. Өфө губернаһында экстерн булып башланғыс уч‑щелар уҡытыусыһы исемен 405 кеше (дөйөм һандың 41%‑ы), ш. иҫ. 174 ир‑ат һәм 231 ҡатын‑ҡыҙ, ала. БР‑ҙа Э. формаһында уҡытыу Йылға училищеһында, Күмертау тау колледжында, Мәғарифты үҫтереү институтында, Педагогия колледжы №1, Салауат педагогия колледжында, Һөнәрселек‑педагогия колледжында һ.б. тормошҡа ашырыла.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: