ЭЛЕКТР ДВИГАТЕЛЕ
ЭЛЕКТР ДВИГАТЕЛЕ, электр энергияһын механик энергияға үҙгәрткән электр машиналары. Сәнәғәттә һәм көнкүрештә үҙгәреүсән ток Э.д. киң таралған. Башҡортостанда Э.д. Өфө агрегат производство берекмәһе һәм “Автоприбор” ЯСЙ (ҡара: “Автокомплект”) тарафынан сығарыла. ӨАПБ‑ла 20 б. 50‑се йй. — самолёттар өсөн Э.д., 60‑сы йй. — автомобилдәр өсөн, 1992 й. — дөйөм сәнәғәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән өс фазалы асинхрон двигателдәр, 1995 й. — нефтехимия сәнәғәте өсөн шартлауҙан һаҡланған, 2007 й. атом электростанциялары өсөн Э.д. сығарыу ойошторолған. 1956 й. — кер йыуыу машиналары, 1966 й. — көнкүреш электр насостары өсөн Э.д., 1972 й. саң һурғыстар өсөн һауа һурҙырыу агрегаттары сығарыу үҙләштерелгән. 70‑се йй. башлап ӨДАТУ‑ла төрлө тәғәйенләнешле Э.д. уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.
Т.Р.Тереғолов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов