ЭТНОПСИХОЛОГИЯ
ЭТНОПСИХОЛОГИЯ, ҡайһы бер этностар психологияһының һәм мәҙәниәтенең, этник үҙаңдың, психик һәм шәхси һыҙаттарға соц.‑мәҙәни факторҙар йоғонтоһоноң үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Антропология, культурология, социология, этика, этнология һ.б. м‑н бәйле. 19 б. уртаһынан Э. үҙ аллы фән булараҡ үҫешенә немец ғалимдары М.Лацарус, Х. Штейнталь ҙур өлөш индерә. Башҡорттарҙың психологик үҙенсәлектәре йолаларҙа, ғөрөф‑ғәҙәттәрҙә, традицияларҙа, фольклорҙа һ.б. күренә; уларҙың тасуирламаһы И.И.Лепёхин, М.В. Лоссиевский, Д.П. Никольский, С.И.Руденко, В.М. Флоринский һ.б. хеҙмәттәрендә осрай. Тикшеренеүҙәрҙә башҡорттарҙың хәйләһеҙ, намыҫлы, ҡунаҡсыл, киң күңелле, рухлы, башҡа этнос вәкилдәренә ҡарата асыҡ һәм сыҙам булыуы билдәләнә. Башҡортостанда этнолингвистикаға бәйле Э. мәсьәләләре З.Ғ.Ураҡсин, Ф.Ғ. Хисамитдинова һ.б.; лингвокультурологияға бәйле — М.В.Зәйнуллин, Ф.Б.Санйәров, Л.Х.Сәмситова һ.б.; эпос ғилеменә бәйле — Ә.М.Сөләймәнов, М.М. Сәғитов һ.б.; этикаға һәм эстетикаға бәйле — Д.Ж.Вәлиев, З.Й. Рәхмәтуллина һ.б.; башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарына бәйле Э. мәсьәләләре Р.З.Йәнғужин, Р.Ғ.Кузеев, Р.Х.Халикова, Р.Шәкүр һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла.
Әҙәб.: В а л е е в Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989.
В.Ф.Сафин
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина