ЮМОР
ЮМОР (ингл. humour), ысынбарлыҡты көлкөлө итеп һүрәтләү ысулы. Ябай мәҙәктән айырмалы рәүештә, Ю. көлкө предметына уйланыбыраҡ ҡарарға, анализларға һәм борсолорға мәжбүр итә; көлкөгә ҡалдырыуға, көлкөнөң фаш итеүсе төрҙәренә (ирония, сатира) ҡаршы ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендәЮ. көлкөнөң бөтә төрҙәре (еңелсә һәм шат көлөүҙән алып үткер сатирик көлөүгә тиклем) м‑н берлектә бирелә; күп әҙәби жанрҙарҙа ҡулланыла. Ю. тәүге өлгөләре фольклорҙа осрай (ҡара: Бәләкәй юмористик жанрҙар,Таҡмаза, Тиҙәйткес, Әкиәт башы). Ю. элементтарын 18—19 бб. сәсәндәре Байыҡ Айҙар, Мәхмүт сәсән,Ҡарас сәсән һ.б. үҙ ижадтарында файҙаланған. 20 б. 1‑се ярт. яҙылған әҫәрҙәр Ю. м‑н һуғарылған: М.Ғафури әҫәлдәре, Ш.Бабич, С.Ҡудаш шиғырҙары, Ғ.Ғүмәр, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби хикәйәләре һәм башҡалар. “Бабич”, “Башкирский крокодил”, “Һәнәк” ж. төп йөкмәткеһен юмористик хикәйәләр һәм шиғырҙар билдәләй. Ю. иң юғары өлгөләрен прозаик С.Агиш ижад итә, уның әҫәрҙәрендә һөйкөмлө көлкөлө образдар урын ала. Һуғыштан һуңғы осорҙа үткер Ю. Т.Арыҫлан, А.Ш.Ғирфанов, С.Ғ.Иманғолов, Ф.Ә.Иҫәнғолов, С.Кулибай, Н.Нәжми һ.б. ижадтарына хас була. Ә.Ҡ.Атнабаевтың шиғри әҫәрҙәре Ю. өлгөләре булып тора. Хәҙ. башҡорт әҙәбиәтендә Ю. өлкәһендә К.М.Аҡбашев, М.Т.Ғиләжев, Р.Ф.Мифтахов, Р.М.Тимершин, К.Фазлый, Р.Н. Ханнанов һ.б. эшләй. М.Н. Кәримовтың юмористик шиғырҙары, М. Сәлимдең хикәйә‑юморескалары халыҡ‑ара танылыу яулай. Башҡорт әҙәбиәтенең юмористик әҫәрҙәре соц. әһәмиәтлелеге һәм әҙәплелеге м‑н айырыла; төрлө телдәргә тәржемә ителә.
М.Ш.Сәлимов
Тәрж.Р.Ә.Сиражитдинов