ЧУДНОВСКИЙ Вадим Максович
ЧУДНОВСКИЙ Вадим Максович (1.9.1958, Электроугли ҡ.), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1976). БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). Мәскәү өлкә физик культура институтын тамамлаған (1984). Хәҙерге бишбәйге буйынса СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры — В.С.Голиванов). Шәхси зачётта РСФСР чемпионатының бронза призёры һәм команда зачётында РСФСР чемпионы (икеһе лә — 1981). 1981 й. алып (өҙөклөк менән) ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә: тренер‑уҡытыусы, 2019—21 йй. директор. 2011—18 йй. Ҡаҙағстан Республикаһы йыйылма командаһының баш тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.В.Сабирхужин, шулай уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.
Тәрж. Г.А.Миһранова