Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ

Просмотров: 2046

АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1935 й. Өфөлә СССР А.с. Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1982 й. алып РСФСР А.с. бүлексәһе, 1991 й. — БР А.с., 2004 й. — “Рәсәй архитекторҙар союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк ойошмаһы БР Архитекторҙар союзы. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ. архитекторҙары СССР А.с. ингән: С.К.Гусев (1933), Н.Ю.Лермонтов (1934), Б.И.Бай, Г.Д.Вагин, Б.Ғ.Кәлимуллин, А.П.Филонов, В.Н.Чаплиц (бөтәһе лә — 1935), М.Н.Сәхәүетдинова (1936) һ.б. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — йәмғиәттә архитекторҙарҙың баһаһын арттырыуға, йәш белгестәрҙең проф. үҫешенә, архитектура һәм ҡала төҙөлөшөндәге традицияларҙы һәм яңы тенденцияларҙы үҫтереүгә, Союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итеү. А.с. архитектура һәм ҡала төҙөлөшө проекттарын булдырыуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа, проект архитектура эшмәкәрлеген тикшереүҙә, лицензиялауҙа ҡатнаша; күргәҙмәләр һәм конкурстар, ш. иҫ. йыл һайын үткәрелә килгән (1984 й. алып) иң яҡшы йыл проектына респ. конкурсын, йәш архитекторҙар ижады смотр‑күргәҙмәһен (1999 й. алып) ойоштора; архитекторҙар әҙерләүсе Рәсәй уҡыу йорттары (ҡара: Архитектура буйынса белем биреү) м‑н ижади һәм ғилми бәйләнештәр булдыра. Халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә һәм конкурстарында ҡатнаша, ш. иҫ. архитектура конкурсында (Токио, 1993), “Интерарх” триенналеһында (София, 2000), “Зодчество” архитектура фестивалендә (Мәскәү, 2002). А.с. эргәһендә рәсем түңәрәге (30‑сы йй. аҙ. алып; өҙөклөктәр м‑н), архитектура тәнҡите секцияһы (40‑сы йй. аҙ. башлап) эшләгән, бюллетень нәшер ителгән. А.с. структураһында “Уфаархпроект” (ҡара: “Архпроект”) ойошмаһы (1988), “Башҡорт Өйө” төбәк проект мәктәбе (1983). Юғары етәкс. органы — йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 155 ағза (2011). Идара рәйестәре: Бай (1935), Кәлимуллин (1936—37, 1944—65), Сәхәүетдинова (1938 й. алып), Э.Звартау (1943 й. алып), И.И.Мироненко (1966 й. алып), Ф.И.Рехмуков (1969 й. алып), И.Ф.Минкин (1978 й. алып), Р.Ш.Исламов (1985 й. алып), Р.Р.Әүсәхов (1987—94, 1997—2000), А.В.Клемент (1994—97), Б.А.Челышев (2000 й. алып), У.Ғ.Ураҡсин (2003 й. алып).

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз Архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строители Башкортостана. Уфа, 2001.

А.Е.Навозова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019