Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №2

Просмотров: 1136

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №2. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 1992 й. алып 2‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Баскетбол бүлеге эшләй. Мәктәптә 420‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 10 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт залы (36×18 м), футбол яланы (100×60 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м) һәм спорт майҙансығы (42×26 м) бар. Мәктәп тәрбиәләнеүсеһе И.Е.Смыгин — ир‑егеттәр араһында Рәсәй кубогын яулаусы (2008). Кадеттар араһында А.В.Трушкин (1997) һәм үҫмерҙәр араһында А.М.Микулитис (2006) Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа беренселектәренең көмөш призёрҙары була. Мәктәп командаһы — үҫмерҙәр (1997, 2002, 2004, 2007) һәм ҡыҙҙар (1992, 2002, 2004) араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе; үҫмерҙәр араһында Рәсәй уҡыусылары (2009), РФ Мәғариф һәм фән министрлығы (2010) спартакиадаларында чемпион. 17 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән.

А.С.Исаев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019