ПЛАНКТОН
ПЛАНКТОН (гр. рlanktós — гиҙеүсе), һыу ҡатламында тотороҡло хәлдә йәшәгән һәм һыу хәрәкәте м‑н күсереп йөрөтөлгән организмдар. Үҫемлек (фитопланктон) һәм хайуан (зоопланктон) П. айырып йөрөтәләр. Планктон организмдарға йөҙөүсәнлекте ваҡ йәки микроскопик үлсәмдәр, йәйелеү, бүлгеләнеү, төрлө үҫентеләр барлыҡҡа килеү иҫәбенә кәүҙәнең өҫкө йөҙөнөң ҙурлығы, организмдан мета‑ болизмдың ауыр продукттарын алып ташлау, сағыштырма ауырлығы аҙ булған матдәләрҙе (мәҫ., май) туплау һ.б. тәьмин итә. Һыуҙың өҫкө ҡатламында П. иң күп һаны һәм биомассаһы күҙәтелә, төрҙәрҙең вертикаль бүленеше йыл миҙгелдәренә ҡарап алышына. Голопланктон (ғүмер буйы һыу ҡатламында йәшәүсе организмдар), меропланктон (ғүмеренең бер өлөшөн) һәм криопланктон (ҡар һыуы организмдары), ҙурлыҡтары б‑са мегало‑ (оҙонлоғо 1 м артыҡ), макро‑ (1—100 см), мезо‑ (1—10 мм), микро‑ (0,05—1 мм), нанопланктон (0,05 мм аҙ) айырыла. П. составына ш. уҡ ваҡытлыса‑планктон организмдар инә, улар ғүмеренең бер өлөшөн һыу ятҡылыҡтары төбөндә үткәрә йәки төрлө һыу аҫты предметтарына берегә. Фитопланктонға ылымыҡтар һәм зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар, йәки цианопрокариоттар инә. Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында диатомлылар, йәшел ылымыҡтар һәм цианопрокариоттар киң таралған. Күлдәрҙә зоопланктон башлыса өйрөлмәктәр һәм ишкәғаяҡлы ваҡ ҡыҫалаларҙан, йылғаларҙа — өйрөлмәктәрҙән тора; йәй уртаһында төрҙәре күбәйә. Башҡорт дәүләт университетында 20 б. 70‑се йй. башынан зоопланктонды (М.Ғ.Баянов, В.Г. Боев), 70‑се йй. уртаһынан — фитопланктонды (Ф.Б.Шкундина) тикшереү алып барыла. П. экосистемаларҙа матдәләр әйләнешендә, һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыу һәм шифалы ләм формалаштырыу процестарында ҡатнаша, балыҡтар, ҡоштар өсөн аҙыҡ булып тора.
Әҙәб.: Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.
Ф.Б.Шкундина
Тәрж. Г.А.Миһранова