Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы

Просмотров: 1682

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы (31.1. 1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡурған өлк. Әлмән р‑нының “Әлмән” с‑зында ветеринар врач, 1980 й. алып “Малышевский” с‑зында баш ветеринар врач. 1984—2000 йй. Бөтә Рәсәй ит малсылығы ҒТИ‑ның (Ырымбур ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2001 й. башлап Ырымбур аграр ун‑тының ғилми‑тикшеренеү бүлегендә өлкән, 2002 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 2005 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта (2009 й. башлап ит һәм һөт технологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге һөт, ит һәм ҡатнаш тоҡомло һыйыр малының ит продуктлылығын арттырыу ысулдарын эшләүгә арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Повышение эффективности производства говядины в условиях Башкортостана. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: