РИККЕТСИЯЛАР
РИККЕТСИЯЛАР (Rickettsiaceae), бактериялар ғаиләһе. Быуынтығаяҡлыларҙың һәм йылы ҡанлы хайуандарҙың облигат күҙәнәк эсе паразиттары. Р. оҙонлоғо 0,4—2,0 мкм, диам. 0,2—0,6 мкм, күҙәнәк тышсаһы, цитоплазма мембранаһы, рибосомалары бар; аденозинтрифосфор к‑таһын, аҡһым, нуклеин кислоталарын, аралаш ферменттарын синтезлай, матдәләр алмашыныуына эйә, хужаның зарарланған күҙәнәктәренән тыш үрсемәй. Р. йәшәү циклы вегетатив (таяҡса формаһында, хәрәкәтсән, бинар бүленеү юлы м‑н үрсей) һәм тынлыҡ стадияларынан (кокк рәүешле, үрсемәй) тора. R. prowazekii эпидемик сабыртмалы тиф (тыуҙырыусыны таратыусылар — беттәр), R. typhi — эндемик йәки ҡомаҡ тифы (ҡомаҡтар), Q‑Coxiella burnetii — ку‑биҙгәк (талпандар) һ.б. тыуҙыра. Р. тыуҙырған ҡайһы бер ауырыуҙар БР‑ҙа ла осрай.
Н.Ә.Кирәева
Тәрж. Г.А.Миһранова