Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРЛОҠТАН ҮРСЕҮ

Просмотров: 1154

ОРЛОҠТАН ҮРСЕҮ, үҫемлектәрҙең (сәскәле үҫемлектәр, яланғас орлоҡлолар) инә күҙәнәктең аталаныуы һөҙөмтәһендә (ситтән һеркәләнеү йәки үҙенән-үҙе һеркәләнеү осрағында) йәки аталанмайынса (апомиксис осрағында) орлоҡ бөрөһөнән үҫешкән орлоҡтарҙан үрсеү ысулы. Башҡортостанда яҡынса 1700 төр орлоҡтан үрсей. Үҫемлектәрҙең күпселек төрҙәрендә орлоҡ бәбәктән һәм эндоспермдан (шытып сыҡҡанда ҡулланылған туҡлыҡлы матдәләр һаҡламы) тора. Орлоҡтан үҫешкән зат генет тип атала. О.ү. — үҫемлектәрҙең үрсеүенең һәм популяцияларҙың тотороҡлоғон һаҡлауҙың һөҙөмтәле ысулы, был уларҙың мезозойҙа (сәскәле үҫемлектәрҙең — аҡбур осоронда) споралы үҫемлектәрҙән өҫтөнлөк итеүен тәьмин иткән. О.ү. һөҙөмтәле күрһәткестәре — орлоҡтоң продуктлылығы (1 үҫемлектән алынған орлоҡтар һаны) һәм репродуктив көсөргәнеше (генератив ағзаларҙы — сәскәләр, тубырсыҡтар, йәки стро‑ билдар формалаштырыуға сарыф ителгән фотосинтез продукттарының өлөшө). Бер йыллыҡ үҫемлек-эксплеренттарҙың (ҡый үләндәре, рудераль үҫемлектәр) орлоғо күп булып, 1 млн берәмеккә етеүе мөмкин (алабута, бесәй тарыһы, нигеҙут һ.б.). Күп төрҙәрҙең орлоғо оҙайлы ваҡыт тынлыҡ хәлендә ҡала ала. Үҫемлектәрҙең О.ү. ауыл хужалығында һәм урман хужалығында киң ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлекселек, Селекция.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019