ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ
ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ. Травматология — йәрәхәтләгән факторҙарҙың кеше организмына тәьҫирен, имгәнеүҙе һәм уның эҙемтәләрен диагностикалауҙы, дауалауҙы өйрәнгән; ортопедия тыумыштан килгән дефекттар, үҫеш кәмселектәре йәки травма һәм ауырыу эҙемтәләре һөҙөмтәһендә алынған терәк‑хәрәкәт системаһы деформацияларын һәм функциялары боҙолоуҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын өйрәнгән медицина бүлеге. Балалар хирургияһы, нейрохирургия, пластик хирургия, трансплантология, хирургия м‑н бәйле. Травматологияла — тире, йомшаҡ һәм лайлалы туҡымалар, һөлдә, һеңер‑мускул аппараты, эске ағзалар, тамыр һәм нервылар зарарланыуы, яра процесы һәм яра инфекцияһы; ортопедияла тыумыштан килгән, деструктив‑дистрофик, ревматоид, инфекцион, шешкә оҡшаш ауырыуҙар, шештәр, матдәләр алмашыныуға бәйле ауырыуҙар, һүлпән һәм спастик фалиж, сколиотик ауырыу һ.б. айырыла. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Т.һ.о. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.‑Ғ.Н. Байтирәков, М.В.Борисов, Ә.С. Дәүләтов, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров). Б.В. һуғышы йылдарында эвакуация госпиталдәрендә А.А.Полянцев етәкс. хәрби травмаларҙы дауалау ысулдары камиллаштырыла. 1966 й. БДМИ‑ла Т.һ.о. каф. ойошторола. А.М.Пенькова етәкс. төрлө сығышлы, ш. иҫ. хәрби‑ялан (Т.Т.Байбурин, Р.М.Боғҙанов, В.Т. Канбегов, В.В.Никитин, К.С.Шахов һ.б.) һәм техноген һәләкәттәрҙә алынған (М.Е.Петров) травмаларҙы диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. 70—80‑се йй. травмаларҙың нейротрофик эҙемтәләре, умыртҡалыҡ, быуындар имгәнеүе һәм уларҙың өҙлөгөүҙәре; янбаштың проксималь, сираҡ һөйәктәренең диафизар һыныуы; аяҡтарҙың статик етешмәүсәнлеге, компрессион‑дистракцион остеосинтез ысулы өйрәнелә (Н.А.Ветошкин, А.Н.Жильцов, Никитин, М.Ш.Сабиров һ.б.). 70‑се йй. алып Пенькова һәм М.Ғ. Мәүлитова етәкс. балалар йәшендәге Т.һ.о. проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ә.Ғүмәров, Ф.Ғ.Садиҡов, М.Х.Төхвәтуллин, М.Т.Юлдашев һ.б.). 80‑се йй. уртаһынан БДМУ‑ла янбаш‑бот, тубыҡ, ҡулбаш һәм фалангалар араһы быуындарын эндопротезлау, умыртҡалыҡ имгәнеүен һәм ауырыуҙарын хирургик дауалау; ҡул һәм аяҡ һөйәктәре, йомшаҡ туҡымалары дефекттарына пластика яһау, интрамедулляр блокада остеосинтезы ысулдары камиллаштырыла; умыртҡа һөйәктәрен алғы һәм артҡы тән араһында беркетеү өсөн яйланмалар эшләнә һәм етештереүгә индерелә (Б.Ш.Минасов һ.б.). Быуындарҙың зарарланыуын (Асҡар Ф.Асҡаров, Р.И.Йәнекәев), умыртҡалыҡтың күкрәк һәм бил өлөшөндә ҡатмарлы булған үҙгәрешле имгәнеүен (Е.П.Костив, В.А.Халиҡов), янбаш‑бот быуыны ауырыуҙарын һәм травмаларның эҙемтәләрен (Ф.Ф. Мөхәмәтов) диагностикалау һәм дауалау; хирургик технологиялар нигеҙендә ҡулдары йәрәхәтләнгән ауырыуҙарҙы реабилитациялау (М.М. Вәлиев), т. юл һәләкәттәрендә зыян күргәндәргә мед. ярҙамын ойоштороу (А.Х. Түрйәнов) проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Умыртҡалыҡтың, ш. иҫ. уның муйын өлөшөнөң, имгәнеүен һәм ауырыуҙарын (И.М. Исхаҡов, Т.В.Полторацкая, Р.Ф. Рафиҡов), умыртҡалыҡ‑арҡа мейеһе травмалары эҙемтәләрен (С.Ә.Исламов, Г.А.Кантюкова, М.С.Мостафин һ.б.), аяҡ‑ҡул һәм янбаш зарарланыуын (И.Н.Йыһаншин, Т.Б.Минасов, Р.З. Минһажев, И.Э.Ниғәмәтйәнов, С.А. Холкин һ.б.), ҡул суғы һәм йомшаҡ туҡыма дефекттарын (Вәлиев, А.Ю. Жуков һ.б.) комплекслы диагностикалау һәм дауалау, быуындар имгәнеүен артроскопик дауалау (И.В.Ерофеева, Э.Н.Рахманҡолов) ысулдары камиллаштырыла, умыртҡалыҡтары зарарланған пациенттар өсөн даими пассив хәрәкәт аппараттарын ҡулланып аяҡҡа баҫтырыу саралары эшләнә (А.Р.Билалов, Г.З.Ғилманов).
Б.Ш.Минасов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина