ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ, кешеләргә травма йәки һаулыҡтың ҡапыл насарланыуына килтергән производство факторҙарын булдырмау ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Х.т. ойоштороу сараларына (инструктаж үткәреү, хәүефһеҙ эшләү, зыян күргән кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарына өйрәтеү; хәүефле производство зоналарында иҫкәртеү яҙыуҙарын һәм тамғалар файҙаланыу һ.б.) һәм техник сараларға (авария т‑да хәбәр итеү, яҡтыртыу, сигнализация һәм элемтә; машиналарҙы, ҡорамалдарҙы һәм инструменттарҙы конструктив һаҡлау, шәхси һәм коллектив һаҡланыу сараларын ҡулланыу һ.б.) бүленә. СССР‑ҙа һаҡланыу ысулдары һәм Х.т. саралары Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советының хеҙмәтте һаҡлау ин‑ттарында, тармаҡ ҒТИ‑ларында, техник вуздарҙың каф. әҙерләнгән; хеҙмәт хәүефһеҙлеге стандарттары системаһы эшләгән. Башҡортостанда тармаҡтар б‑са Х.т. ҡағиҙәләрен уйлап табыу 60‑сы йй. Көнсығыш нефть‑газ хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ғилми‑тикшеренеү ин‑тында (Өфө), Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында, Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институтында, Технология һәм производствоны ойоштороу институтында һ.б. башлана. Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге белгестәр Тармаҡ‑ара институтта әҙерләнә. 90‑сы йй. алып йыл һайын БР пр‑тиелары араһында хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы яҡшы ойоштороу б‑са конкурс үткәрелә. 1990 й. респ. 8311 кеше производствола бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында зыян күргән; 1995 й. – 5330; 2000 й. – 2655; 2005 й. – 1264; 2007 й. – 1115 кеше.
А.М.Попков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов