Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

Просмотров: 1783

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, шәхесте танып белеүгә, ижадҡа дәртләндереү һәм өҫтәлмә белем биреү программаларын һәм хеҙмәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән белем биреү ойошмалары. Балалар өсөн Ө.б.б.у. төп бурыстары: һөнәри үҙбилдәләнеш һәм ижади хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу; йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү; дөйөм мәҙәнилекте формалаштырыу; ялды ойоштороу; физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнеү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Ө.б.б.у. типтары: балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәктәре; балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайҙары; балалар ижады, балалар һәм үҫмерҙәр йорттары; йәш натуралистар станциялары; балалар сәнғәт мәктәптәре; ДЮСШ, СДЮСШОР, балалар һәм үҫмерҙәр спорт-адаптация мәктәптәре. Өлкәндәр өсөн Ө.б.б.у. уҡыуҙың иң таралған төрө — өҫтәлмә һөнәри белем. Рәсәйҙә 1992 й. тиклем өҫтәлмә белем биреү мәктәптән тыш белем биреү, мәктәптән тыш эш тип билдәләнә. 1919 й. мәктәптән тыш белем биреү б‑са 1‑се Бөтә Рәсәй съезында (Мәскәү) мәктәптән тыш эш учреждениелары алдына ағартыу һәм идея-сәйәси пропаганданы тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйыла. 20—30‑сы йй. мәктәптән тыш эш мәсьәләләре м‑н махсус үҙәктәр һәм Мәктәптән тыш эш ысулдары ин‑ты (Мәскәү) шөғөлләнә. Мәктәптән тыш эшмәкәрлеккә етәкселекте махсус мәктәптән тыш эш бүлектәре, 1929 й. алып РСФСР‑ҙың Мәғариф ХК эргәһендәге совет алып бара. Башҡортостанда 1890 йй. башлап мәктәптән тыш эште китапханалар, йәкшәмбе мәктәптәре, уҡыу өйҙәре, халыҡ йорттары һ.б. башҡара; халыҡ айыҡлығы попечителлектәре ойошторола, уларҙың үҙҙәренең мәктәптән тыш эш учреждениелары була. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте, В.И.Шиманскаяның (Өфө) һәм М.И. Андржеевскаяның (ҡара: Музыка мәктәбе №1) шәхси музыка мәктәптәре эшләй. 1919 й. алып мәктәптән тыш эш учреждениеларының эшмәкәрлеге БАССР Мәғариф ХК‑ның мәктәптән тыш эш бүлеге ҡарамағында була. 1924 й. тиклем 800‑ҙән ашыу сәйәси ағартыу учреждениеһы, ш. иҫ. 455 мәктәп-наҙанлыҡты бөтөрөү пункттары (ҡара: Наҙанлыҡты бөтөрөү), 60 уҡыу өйө, 150‑нән ашыу китапхана, 60 клуб, 60‑ҡа яҡын халыҡ йорто, 4 музей, 4 партия мәктәбе, 2 театр, 2 кинотеатр эшләй. Шулай уҡ сәйәси грамота мәктәптәре, мәҙәни-ағартыу түңәрәктәре һ.б. була. 1930 йй. профилле мәктәптән тыш эш учреждениелары — балалар экскурсия базалары, техник һәм а.х. станциялары, лагерҙар һ.б. ойошторола. 1938 й. балалар техник станцияларында 1484 авиамоделсе, 816 фотограф, 559 натуралист, 277 радист, 49 электротехник шөғөлләнә. 1948 й. — 20, 1955 й. — 26, 1956 й. 34 мәктәптән тыш балалар учреждениеһы, ш. иҫ. 29 пионерҙар йорто, 2 балалар техник станцияһы, 1‑әр йәш техниктар, туристар һәм юннаттар станцияһы эшләй. БР‑ҙа Ө.б.б.у. эшмәкәрлеге федераль ҡануниәт, “Мәғариф тураһында” (2013), “Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорты тураһында” (2004) БР закондары һ.б. м‑н көйләнә. 2006—15 йй. “Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы” балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы, 2012—15 йй. “Башҡортостан Республикаһында балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһының үҫеше” респ. маҡсатлы программаһы һ.б. тормошҡа ашырыла. Көйләүҙе һәм методик бурыстарҙы БР Мәғариф министрлығының респ. үҙәктәре — уҡытыу-ғилми методик үҙәк, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү үҙәге, балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге, балалар экология-биол. үҙәге; уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервы әҙерләү идаралығы тормошҡа ашыра. 2013 й. балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһында 45 музыка (13 мең кеше), 18 художество (5,3 мең кеше), 72 сәнғәт (21,2 мең кеше) мәктәбе, 102 ДЮСШ һәм 25 СДЮШОР һ.б. эшләй. Өлкәндәр өсөн Ө.б.б.у. системаһына Тармаҡ-ара институт, Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты, Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты, “Белем” йәмғиәте һ.б. инә.

Әҙәб.: А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019