ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ
ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ, граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын һәм иреклеген, хеҙм-рҙәрҙең һәм эш биреүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен дәүләт тарафынан яҡлау маҡсатында хеҙмәт һәм уға бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡ тармағы. 1882 й. 1 июнендәге “Заводтарҙа, фабрикаларҙа һәм мануфактураларҙа эшләүсе балалар тураһында”ғы закон Рәсәйҙә тәүге фабрика (хеҙмәт) законы була. 1910 йй. башында ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы эксплуатациялауҙы сикләү, эш көнө оҙонлоғо, мотлаҡ ял һәм байрам көндәре һ.б. т-да 10 төп фабрика законы ҡабул ителә. 1913 й. Сәнәғәт хеҙмәте т-да устав ғәмәлдә була. Х.х. нормалары 8 сәғәтлек эш көнө т-да РСФСР ХКС Декреты (1917), РСФСР Хеҙмәт т-да закондар кодексы (1918, 1922, 1971), Хеҙмәт т-да СССР һәм союздаш республикалар ҡануниәте нигеҙҙәре (1970) м-н көйләнә. 1994й. Башҡортостанда БР Хеҙмәт кодексы ҡабул ителә (2005 й. үҙ көсөн юғалта). Х.х. нормалары РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, РФ Хеҙмәт кодексы (2001), “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа иҫтәлекле даталар тураһында” (1992), “Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәрен бойомға ашырыу тураһында” (2007), “Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында” (2009) һ.б. закондар м-н көйләнә.
Р.И.Тимофеева
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев