Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ

Просмотров: 1893

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында ҡала училищелары, өйәҙ училищелары, юғары башланғыс уч‑щелар һ.б. өсөн уҡытыусылар әҙерләгән ир‑егеттәр уҡыу йорттары. Тәүге У.и. (уҡыу курсы 4 йыл булған) 1817—22 йй. һәм 1838—46 йй. Баш пед. ин‑ты (С.‑Петербург) эргәһендә эшләгән. Уҡытыусылар институттары т‑дағы положениеға (1872) ярашлы 3 йыллыҡ У.и. асылған, улар пед. ин‑ттарына һәм халыҡ мәғарифы ин‑ттарына үҙгәртелгән. Ырымбур губернаһында уҡытыусылар әҙерләүҙе — Ырымбурҙағы У.и. (1878—94), Өфө губернаһында Өфөләге У.и. (ҡара: Уҡытыусылар институты) тормошҡа ашырған. 2) РСФСР‑ҙа 1934—50 йй. 5—7 кластар өсөн уҡытыусылар әҙерләгән уҡыу йорттары. Уҡыу курсы 2 йыл булған. Урта дөйөм йәки пед. белемле кешеләр ҡабул ителгән. У.и. составына тәбиғәт‑геогр., тарих, физика‑матем., тел һәм әҙәбиәт, ш. уҡ физик тәрбиә биреү бүлектәре ингән. Пед. ин‑ттарына һәм педагогия училищеларына үҙгәртелгән. БАССР‑ҙа У.и. Өфөлә (1934—52) Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты эргәһендәге, Бөрө (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы), Стәрлетамаҡ (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы) ҡҡ., Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. (ҡара: Мәсәғүт педагогия колледжы) пед. уч‑щелары базаһында асылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Бөрө У.и. составына Орёл пед. ин‑ты, Стәрлетамаҡ У.и. составына Мәскәү китапхана ин‑ты ингән; Өфө У.и. — 487 (К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты м‑н берлектә), Бөрө У.и. — 150, Стәрлетамаҡ У.и. 94 белгес әҙерләнгән.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в XX веке. Уфа, 2001; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008; Е р г и н Ю.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башк. гос. ун‑та. Уфа, 2009.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019