ТӨРӨК ТЕЛЕ
ТӨРӨК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөктәрҙең милли теле, Төркиәнең һәм Кипрҙың (грек теле м‑н бер рәттән) дәүләт теле. Шулай уҡ Австрияла, Болгарияла, Германияла, Грецияла, Иранда, Румынияла һәм БДБ илдәрендә (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һ.б.) таралған. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 80 млн кеше (2005). БР‑ҙа Т.т. 3500‑ҙән ашыу кеше белә (2002). Гагауз теленә яҡын. Боронғо уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби Т.т. 15—16 бб. иҫке анатолия‑төрки тел нигеҙендә формалаша башлай. Хәҙ. әҙәби Т.т. нигеҙендә истанбул диалекты ята. 2 диалект төркөмө бар: адакалий, адрианополь, босний һәм македон диалекттарынан торған көнбайыш (дунай‑төрөк) һәм айдын, измир, караман, конья, сивас диалекттарынан торған көнсығыш‑анатолия төркөмө. Т.т. фонетикаһына һуҙынҡыларҙың сингармонизмы хас: “anama” (әсәйемә), “dağlar” (тауҙар). “Ğ” хәрефенең артҡы рәт һуҙынҡылары араһындағы позицияла өнө юҡ: “dağa” (тауға) [daa]; артҡы рәт һуҙынҡыһынан һуң ябыҡ ижек аҙағында алдағы һуҙынҡының оҙонайыуын аңлата: “doğru” (тура) [dōru]; һуҙынҡылар араһында һәм алғы рәт һуҙынҡыларынан һуң ябыҡ ижектә [у] фонемаһын белдерә: “değnek” (таяҡ) [deуnek]. Т.т. башҡорт теле м‑н бер ни тиклем, айырыуса консонантизмда, оҡшашлығы бар — һүҙҙәр башында дөйөм төрки [ж], [п] урынына [й], [б] ҡулланыу, мәҫ.: төрөксә “yaz” — башҡортса “йәй” — татарса “җәй”; “bulut” — “болот” — сыуашса “пĕ"лĕт”. Әммә бындай оҡшашлыҡтар системалы түгел. Морфологияһындағы ‑mis, ‑mls, ‑mus, ‑müs сифат ҡылымдары функциональ яҡтан ҡыпсаҡ һәм башҡа төрки телдәрҙәге ‑gan сифат ҡылымына тура килә, сағ.: төрөксә “o görmüs” — башҡортса “ул күргән”. Т.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексика ята; ғәрәп теленән, фарсы теленән, ш. уҡ грек, итальян, француз һ.б. телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисында һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибе сағыштырмаса иркен булып тора. Тәүге яҙма ҡомартҡылары 13 б. ҡарай. 1928 й. тиклем яҙыуы ғәрәп яҙмаһы, һуңынан латиница нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. төрөк алфавиты 29 хәрефтән тора. “Урал батыр” (1996), “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” [“Башҡорт халыҡ дастандары” (“Башкирские народные дастаны”), 2000] башҡ. эпостары, СалауатЮлаев(2004), Аҡмулла(2007) шиғырҙары һ.б. башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры әҫәрҙәре [“Төрки әҙәбиәт антологияһы. Башҡорт әҙәбиәте” (“Антология тюркской литературы. Башкирская литература”), 29—30‑сы томдар, 2004—2005; “Башҡорт дастандары” (“Башкирские дастаны”), 4 томда, 2014; бөтәһе лә — Анкара] Т.т. тәржемә ителгән. Т.т. БДУ‑ла өйрәнелә.
Әҙәб.: К о н о н о в А.Н. Грамматика современного турецкого литературного языка. М.; Л., 1956; Д м и т р и е в Н.К. Турецкий язык. М., 1960.
Ғ.Д.Ибраһимов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов