Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРКИ ТЕЛДӘР

Просмотров: 2496

ТӨРКИ ТЕЛДӘР, генетик ҡәрҙәшлек м‑н берләштерелгән телдәр ғаиләһе (ҡара: Телдәр классификацияһы). Т.т. башлыса Евразияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 110 млн ашыу кеше. Грамматик тибы б‑са монгол телдәренә һәм тунгус‑манжур телдәренә яҡын, улар м‑н гипотезаға ярашлы алтай телдәре, ш. уҡ урал‑алтай телдәре, ғаиләһенә берләшә. Хәҙ. Т.т. нигеҙендә төрки тәү теле ята. Типологик яҡтан Т.т. агглютинатив телдәргә ҡарай. Фонетикаһына рәт һәм иренләшеү б‑са сингармонизм, һүҙҙәр башында талғын [р], [л], [м], [н] өндәренең, икешәр тартынҡыларҙың булмауы, һүҙ башында һәм аҙағында ике тартынҡының ижектә тура килмәүе, шаулы һәм шартлаулы тартынҡыларҙың көслө‑көсһөҙ йәки һаңғыраулыҡ‑яңғыраулыҡ б‑са ҡаршы ҡуйылыуы хас. Төп морфологик үҙенсәлектәре: эйәлек категорияһы һәм хәбәрлек категорияһы булыуы, грамматик родтың булмауы. Төп лексиканан тора. Хәҙ. Т.т. монгол, тунгус‑манжур телдәренән, фарсы теленән, ғәрәп теленән, урыҫ теленән һ.б. үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисында аныҡлаусы аныҡланыусы һүҙҙән алда килә, изафет характерлы синтаксик категория булып тора, һөйләмдең исемле йәки ҡылымлы тибы хәбәрҙең грамматик бирелеше характеры м‑н билдәләнә. Төркиәттә Т.т. бер нисә классификацияһы бар. Иң тәүге классификацияның береһен Мәхмүт Ҡашғари төҙөй, ул “Диуану лөғәт әт‑төрк” китабында Т.т. төп төркөмдәрен билдәләй: уғыҙ, ҡыпсаҡ, уйғыр. Шулай уҡ В.А.Богородицкий, Ф.Е.Корш, С.Е.Малов, В.В.Радлов, Г.Рамстедт, А.Н.Самойлович һ.б. классификациялары билдәле. Т.т. тарихи һәм геогр. фонетик билдәләрен иҫәпкә алыу базаһына таянған Н.А.Баскаковтың классификацияһы нигеҙлерәк булып тора, уға ярашлы, Т.т. көнбайыш һун һәм көнсығыш һун тармаҡтарына бүленә. Көнбайыш һун тармағы 4 төркөмдө үҙ эсенә ала: 1) болғар (болғар теле, сыуаш теле); 2) төркөмсәләре м‑н уғыҙ: а) уғыҙ-төрөкмән (уғыҙ, төрөкмән телдәре); б) уғыҙ‑болғар (бәшнәк, гагауз телдәре); в) уғыҙ-сәлжүк (төрөк теле, әзербайжан теле); 3) төркөмсәләре м‑н ҡыпсаҡ: а) ҡыпсаҡ‑ҡоман (ҡара имтеле, ҡарасай‑балҡар теле, ҡумыҡ теле, ҡырым татарҙары теле); б) ҡыпсаҡ‑болғар (башҡорт теле, татар теле); в) ҡыпсаҡ‑нуғай (ҡаҙаҡ теле, ҡарағалпаҡ теле, нуғай теле); 4) төркөмсәләре м‑н ҡарлыҡ: а) ҡарлыҡ‑уйғыр (ҡараханлы‑уйғыр); б) ҡарлыҡ‑харәзм (уйғыр теле, үзбәк теле). Көнсығыш һун тармағы 2 төркөмдө үҙ эсенә ала: 1) төркөмсәләре м‑н уйғыр: а) уйғыр-төкөй (тофа теле, тува теле); б) яҡут (долган теле, яҡут теле); в) хаҡас (хаҡас теле, шор теле); 2) ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ (алтай теле, ҡырғыҙ теле). Көнбайыш һун Т.т. тармағына хас үҙенсәлектәр: боронғо [з], [д], [т] өндәренең боронғо [р] йәки [й] м‑н алмаштырылыуы; яңғырау һәм һаңғырау [б]—[п], [г]—[к], [з]—[с], [д]—[т] тартынҡыларына күберәк дәрәжәлә дифференциация яһалыуы; дифференциацияланған [х], [в], [һ] тартынҡы фонемаларының булыуы; һүҙлек фондында ғәрәп теленән һәм иран телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең булыуы; ҡушма һөйләмдең үҫешкән төҙөлөшө һәм теркәүестәрҙең күп булыуы; ҡыҫылған исемдәрҙең һәм ҡылым формаларының аҙ булыуы һ.б. Болғар төркөмөнә 3 киң һәм 6 тар һуҙынҡы фонеманың булыуы; башҡа төркөм телдәренең һүҙҙәре башындағы ҡайһы бер һуҙынҡыларҙы дифтонгтар йәки дифтонг ҡушылмалары м‑н алмаштырыу; башҡа телдәрҙәге [ш]/[с] тартынҡыларын [л] тартынҡыһына алмаштырыу хас. Уғыҙ төркөмөнә 8 ҡыҫҡа фонеманың булыуы; башланғыс [т], [к] тартынҡыларының яңғыраулашыуы; [г] өнөнөң һаҡланыуы һәм уның ҡайһы бер аффикстарҙа төшөп ҡалыуы; ҡайһы бер һүҙҙәрҙә тар тартынҡылар алдынан йәки һуңынан [й] төшөп ҡалыуы; сифат ҡылымдың ‑мыш/‑меш формаһы булыуы; ‑гу/‑гу формаһы урынына ‑асы/‑еси формаһындағы теләк төрөнөң булыуы хас. Ҡарлыҡ төркөмөнә [к] тартынҡыһының төрлө дәрәжәлә нәҙегәйеүе; интервокаль позицияла [п], [т], [к] тартынҡыларының яңғыраулашмауы; [г] тартынҡыһының һаҡланыуы йәки уның һүҙ аҙағында [к] өнөнә күсеүе; ‑ған/‑гән аффикслы сифат ҡылымдары формаһының киң таралыуы; ‑унч/‑унч м‑н килгән хәрәкәт исемдәренең булыуы хас. Ҡыпсаҡ төркөмөнөң үҙенсәлектәре т‑да Ҡыпсаҡ телдәре мәҡ. ҡарағыҙ. Көнсығыш һун Т.т. тармағына хас үҙенсәлектәр: күпселек телдәрҙә икенсел оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы; [б]—[п], [г]—[к], [з]—[с], [д]—[т] яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылары араһында көсһөҙ дифференциация йәки уның булмауы; [в], [һ] тартынҡы фонемаларының айырылмауы; һүҙлек составында монгол теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең булыуы; ҡушма һөйләмдәрҙең аҙ үҫешеүе һәм теркәүестәрҙең аҙ булыуы; ҡыҫылған исемдәрҙең һәм ҡылым формаларының үҫешеүе һ.б. Уйғыр төркөмөнә һүҙ уртаһында [й] урынына [т]/[д]/[з], һүҙ аҙағында [й] урынына [т]/[с] ҡулланыу; һүҙ аҙағында яңғырау [г] өнөнөң һаҡланыуы хас. Ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмөнә ирен гармонияһының үтә тулы кәүҙәләнеше; диалекттар б‑са яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың көсһөҙ айырылыуы; һүҙ башында башлыса һаңғырау тартынҡыларҙың булыуы; интервокаль позицияла һаңғырау тартынҡыларҙың яңғыраулашыуы; боронғо төрки телдәр (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) м‑н уртаҡ грамматик формаларҙың күп булыуы; тәүге ике затта формаһы б‑са тура килгән, әммә эйәлек аффикстары м‑н мәғәнәһе б‑са дифференциацияланған тулы эйәлек аффикстарының редукцияланған аффикстарға күсеү тенденцияһы һ.б. хас.

Әҙәб.: Б а с к а к о в Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969; Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков. М., 2002.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: