Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКРАИН ТЕЛЕ

Просмотров: 1766

УКРАИН ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш‑славян төркөмсәһе). Украинаның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Белоруссияла, Польшала, Словакияла, Чехияла, Канадала таралған. Һөйләшеүселәр һаны 39 млн яҡын кеше (1993). Урыҫ теленә һәм белорус теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. У.т. диалекттары төп 3 һөйләшкә берләшә: төньяҡ, көньяҡ‑көнбайыш, көньяҡ‑көнсығыш. Әҙәби У.т. көньяҡ‑көнсығыш һөйләше нигеҙендә формалашҡан. У.т. фонетикаһына асыҡ ижектә [о], [е] өндәренең ябыҡ ижектәге [i] өнө м‑н сиратлашыуы: к[о]ня — к[и]нь, с[е]ми — с[i] м; шартлаулы [г] фрикатив [һ] хәрефенә үҙгәреүе (сағ.: украинса [һ]ра — урыҫса и[г]ра), үткән замандағы мужской родтағы ҡылымдарҙа [л] хәрефенең [в] хәрефенә үҙгәреүе (сағ.: украинса чита[в] — урыҫса чита[л]); һүҙ аҙағында һәм һаңғырау тартынҡылар алдынан яңғырау тартынҡыларҙың һаҡланыуы (сағ.: украинса ду[б] — урыҫса ду[п]) һ.б. хас. Морфологияһына атама килештең булыуы — “жiнко” (кәләш); 1‑се зат күплектәге ҡылымдың ‑мо ялғауы булыуы — “любимо” (яратыла); инфинитивтың ‑ти м‑н тамамланыуы — “писати” (яҙырға), хәл ҡылымдың ‑чи м‑н бөтөүе хас — “знаючи” (белеп) һ.б. Лексикаһы башлыса көнсығыш‑славян телдәренә оҡшаш, уның м‑н бер рәттән яңы украин һүҙҙәре “дитина” (бала), “щодня” (көн һайын), “могутнiсть” (ҡеүәт) һ.б., поляк, немец һ.б. телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡулланыла. Синтаксисының үҙенсәлектәре: “за” предлоглы төшөм килеш формаһындағы ҡушма исем хәбәрҙең — “старший брат був нам за батька” (өлкән ағай беҙгә атай урынына булды), киләсәк заман тамамланмаған төр ҡылымдарҙың синтетик формаһының — “ходитиму” (йөрөрмөн), “ходитимеш” (йөрөрһөң), “ходитиме” (йөрөр), “ходитимемо” (йөрөрбөҙ), “ходитимете” (йөрөрһөгөҙ), “ходитимуть” (йөрөрҙәр); ҡылым башҡарылыуының үҙенсәлекле булыуы — “дякувати кому” (кемгә рәхмәт әйтергә) һ.б. хас. Яҙмаһы кириллица нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. У.т. алфавиты 33 хәрефтән тора. Башҡортостанда йәшәгән 55249 украиндың 19726‑һы У.т. белә (2002). У.т. Ауырғазы р‑ны Степановка а., Благовар р‑ны Троицкий а., Стәрлетамаҡ р‑ны Золотоношка а. мәктәптәрендә, Өфөнөң 9‑сы мәктәбендә, йәкшәмбе мәктәптәрендә өйрәнелә. М.А.3Шолохов ис. Мәскәү гуманитар ун‑тының Өфө филиалында У.т. б‑са белгестәр әҙерләнә.

Әҙәб.: Ф и л и н Ф.П. Образование языка восточных славян. М.; Л., 1962.

Л.М.Васильев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: