Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ПРОВИНЦИЯҺЫ

Просмотров: 2152

ӨФӨ ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1719 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1712—15 йй.) ойошторола. Провинцияға Өфө өйәҙе терр‑ялары инә. Төньяҡ‑көнбайышта һәм төньяҡта — Ҡазан өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Себер губ., көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта Әстерхан губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Ҡазан губернаһы составында була, 1728 й. алып махсус статуслы үҙ аллы терр‑я (Сенатҡа туранан‑тура буйһона), 1744 й. — Ырымбур губернаһы составында. Өфө провинцияһы воеводаһы, 1740—44 йй. вице‑губернатор идара итә. Урындағы дәүләт власы органдары: Өфө провинция канцелярияһы (составына камерир, рентмейстер, провиантмейстер, земство комиссарҙары, обер‑ландрихтер һәм ландрихтерҙар ингән), рекрут эштәре канцелярияһы, провиантмейстер контораһы, Өфө ҡала магистраты һ.б. органдар. 1727 й. башлап провинция канцелярияһы ҡарамағында городовойҙар (өйәҙ), Бөрө, Минзәлә, Уҫы, Йәлдәк ҡәлғәһе, Красноуфимск ҡәлғәһе, Нуғайбәк ҡәлғәһе, Табын ҡәлғәһе воеводалары була. 1737 й. Ө.п. Урал аръяғы өлөшө — Исәт провинцияһына, 1744 й. көньяҡ өлөшө Ырымбур провинцияһына ҡушыла. 1781 й. Ө.п. бөтөрөлә, уның терр‑ялары Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө наместниклығының Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур өйәҙе, Уҫы өйәҙе составына инә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин


Картала: Өфө провинцияһы (18 б. уртаһы)


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023