Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1163

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ, 1905—06 йй. Өфөлә уң монархистарҙың ҡара груһсылар ойошмаһы. 6 дек. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) ойошторола. Революцион хәрәкәткә ҡаршы [ҡара: революция (1905—07)] сығыш яһаған эшселәрҙе берләштергән. Йәмғиәт программаһында православие дәүләттең төп дине тип иғлан ителә, дин тотоу һәм милли үҙбилдәләнеш ирке таныла. Йәмғиәт хосуси милек хоҡуғын тайпылышһыҙ һаҡлауҙы талап итә, крәҫтиәндәрҙең алпауыт ерҙәрен баҫып алыуын тәнҡитләй, ергә ихтыяжды Крәҫтиән ер банкыһы аша хәл итергә тәҡдим итә; забастовкаларға ҡаршы була, революцион рухлы эшселәрҙе асыҡлауҙа полиция һәм губерна властары м‑н хеҙмәттәшлек итә; эшселәр араһында мәғрифәтселек м‑н шөғөлләнә, айыҡ тормош өсөн көрәшә һ.б. Йәмғиәттә 1,4 меңгә яҡын ағза иҫәпләнә (1906 й. ғин.). 1905 й. дек. башында йәмғиәт ағзалары И.С.Якутов етәкс. социал- демократтар төркөмөнөң т. юл оҫтаханалары өҫтөнән контролгә алыу өсөн ойошторолған ҡораллы сығышын туҡтата. “Урыҫ халҡы союзы”ның Өфө губерна бүлексәһе асылғас, Йәмғиәт уға ҡушыла. Етәксе органы — Йәмғиәттең Дөйөм йыйылыштары, Идара (рәйесе — А.Л.Шилов). 1907 й. т. юл бәйләнешен тергеҙеүҙәге хеҙмәттәре өсөн йәмғиәттең 110 ағзаһы көмөш миҙал м‑н бүләкләнә.

Әҙәб.: М а к с и м о в К.В. Патриотическое общество мастеровых и рабочих Уфимских железнодорожных мастерских (1905—1917 гг.). Уфа, 2003.

К.В.Максимов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019