СЕБЕР ГУБЕРНАҺЫ
СЕБЕР ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. ойошторола. Урал тауҙарынан Тымыҡ океанға тиклемге территорияны алып торған: Көнсығыш, Көньяҡ, Көнбайыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш. Дөйөм идара итеү менән Сенат, 1730 й. башлап Себер приказы, 1763 й. — айырым кабинет шөғөлләнгән. Административ үҙәге — Тубыл ҡалаһы. 1719 й. алып 3 провинцияға бүленгән; 1724 й. башлап 5 провинция (Вятка, Енисей, Иркутск, Соликамск, Тубыл) һәм 8 дистрикттан торған. 1727 й. Вятка һәм Соликамск провинциялары Ҡазан губернаһына бирелә. Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Вятка һәм Тубыл провинциялары урынлашҡан, 1737 й. Урал аръяғы башҡорттары яңы ойошторолған Исәт провинцияһы составына ингән. С.г. 1764 й. — Иркутск губернаһы, 1781 й. Пермь наместниклығы бүленеп сыға. 1782—83 йй. уның территорияһында Иркутск, Колывань, Тубыл наместниклыҡтары ойошторола (1797 й. бөтөрөләләр, Иркутск һәм Тубыл губерналары төҙөлә). 19 б. башында Себергә генерал-губернатор етәкселегендәге айырым идара индерелә. 1822 й. Омск өлкәһе, Тубыл һәм Томск губерналары составында — Көнбайыш Себер (административ үҙәге — Тубыл ҡ., 1839 й. алып Омск ҡ.) һәм Енисей, Иркутск губернаһы, Якутск өлкәһе составында Көнсығыш Себер (административ үҙәге — Иркутск ҡ.) генерал‑губернаторлыҡтары ойошторола; 1882 й. һәм 1887 й. генерал-губернаторлыҡтар бөтөрөлә.
Әҙәб.: Щ е г л о в И.В. Хронологический перечень важнейших данных из истории Сибири: 1032—1882 гг. Сургут, 1993.
Р.Ғ.Буканова
Тәрж. М.Х.Хужин