Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР

Просмотров: 1187

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—On—R’ булған химик берләшмәләр, органик алыштырыусылар йәки водород атомы м‑н бәйле 2—4 кислород атомынан торған сылбырҙы үҙ эсенә ала. Алыштырыусы төрөнә ҡарап (R, R") гидропероксидтар, пероксикислоталар, пероксиэфирҙар һ.б. айырыла. Гидропероксидтар, пероксинитраттар — фотохимик смог компоненттары. Тере организмдарҙа О.п. липидтар окисланғанда барлыҡҡа килә; уларҙың патология йәки тышҡы йоғонто (мәҫ., нурҙан зарарланыу) арҡаһында контролһеҙ тупланыуы күҙәнәктәрҙең һәм, ғөмүмән, организмдың һәләк булыуына килтерә. Ирекле радикалдар (радикаллы реакциялар, полимерлашыу, каучукты вулканизациялау һ.б. инициаторҙары) барлыҡҡа килеү м‑н пероксид бәйләнеше б‑са тарҡала; окисландырыу үҙенсәлеге бар (кислородлы продукттар алыу өсөн ҡулланыла), алмаш валентлыҡ металдары булғанда һәм фото нурланышында шартлайҙар. Тирене һәм лайлалы тиресәләрҙе ҡуҙғыта. Пероксид төркөмө органик молекулаға кислород, озон м‑н тәьҫир итешкәндә индерелә, башҡа О.п. углеводородтарҙы автоокисландырыу, спирт, эфир, алкилгалогенид һ.б. м‑н водород пероксидын һәм уның тоҙҙарын тура алкиллаштырыу, пероксикислоталар альдегидтарҙы автоокисландырыу юлы м‑н алына. Туҡымаларҙы һәм аҙыҡ‑түлек продукттарын ағартыу өсөн, дизель яғыулығына өҫтәмә булараҡ, елем композицияларының һәм лактарҙың компоненттары булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда 1964 й. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) кумилгидропероксид нигеҙендә күп күләмле фенол һәм ацетон етештереү башлана. 70—90‑сы йй. Химия ин‑тында (В.Д.Комиссаров, В.В.Шерешовец) тәүге тапҡыр О.п. яңы кластары — триоксидтар, гидротриоксидтар, озонидтар, озон комплекстары — синтезлана, уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре өйрәнелә; диоксирандарҙың үҙенсәлектәренә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Гидроперекислы эпоксидлау реакцияларының стереойүнәлеше м‑н идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре эшләнә (У.М. Джемилев, Г.А.Толстиков, В.П.Юрьев һ.б.). Цикллы О.п. люминесцентлы реакциялары (В.П.Казаков), сульфонадкислоталарҙың үҙенсәлектәре (Р.Л.Сафиуллин), О.п. физик һәм квант химияһы (С.Л.Хурсан) тикшерелә.

Әҙәб.: А н т о н о в с к и й В.Л., Х у р с а н С.Л. Физическая химия органических пероксидов. М., 2003.

С.Л.Хурсан

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: