ҠОРОС
ҠОРОС, тимерҙең углерод (0,02—2,14%) м‑н иретмәһе, составына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡушылмалары, ш. уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле. Тәғәйенләнеше б‑са конструкция (0,7%‑ҡа тиклем углерод инә), инструмент (0,7%‑тан артыҡ), махсус үҙенсәлектәре (йылыға, коррозияға, эҫегә сыҙамлы, ныҡлығы юғары һ.б.) булған Ҡ. айырыла.
Башҡортостанда Ҡ. етештереү тау сәнәғәте үҫеше м‑н бәйле. 19 б. башында тигелдә иретеү (был ысул 20 б. башына тиклем файҙаланыла һәм электр м‑н иретеүгә алыштырыла) юлы м‑н ҡойолған Ҡ. Златоуст ҡорал фабрикаһында, Златоуст (Косотур) заводында алына. 19 б. уртаһында П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар) Ҡ. төҙөлөшөн тикшерә, булат Ҡ. һ.б. алыу ысулдарын эшләй. 1940—2002 йй. Белорет металлургия комбинаты юғары сифатлы Ҡ. иретеү б‑са төп пр‑тие була (80‑се йй. 150‑нән ашыу маркаһын етештерә); Бөйөк Ватан һуғышы барышында И.П.Бардин етәкс. оборона сәнәғәте өсөн Ҡ. махсус сорттарын етештереү ойошторола.
90‑сы йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында һәм Авиация техник университетында (Р.Ғ.Зарипова, Г.А.Салищев) интенсив пластик деформация ысулы м‑н субмикрокристалл һәм нанокристалл хәлендәге структураларҙы формалаштырыу иҫәбенә Ҡ. ныҡлығын арттырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (мәҫ., 12Х18Н10Т маркалы тутыҡмай торған Ҡ. ныҡлығы 2—4 тапҡырға арта). Шулай уҡ ҡара: Златоуст һалҡын ҡоралы, Металл конструкциялар.
Р.Ғ.Зарипова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов