Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ТЭЦ-тары

Просмотров: 1438

ӨФӨ ТЭЦ-тары, “Башҡортостан генерациялау компания” һы ЯСЙ филиалдары. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. 1-се Өфө ТЭЦ-ы. 1935 й. Черниковка эшселәр ҡасабаһында Өфө крекинг-заводы ТЭЦ-ы булараҡ (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) нигеҙ һалына, 1938 й. 1-се сираты сафҡа индерелә; 1940 й. алып Өфө энергия комб‑тының 1-се Өфө ТЭЦ‑ы, 1992 й. — “Башкирэнерго” ААЙ филиалы (2012 й. башлап “Башҡортостан генерациялау компания”һы ЯСЙ филиалы); 2013 й. етештереү майҙансығы булараҡ 4-се Өфө ТЭЦ‑ы составына инә. Составына ҡаҙанлыҡ-турбина, электр, химия, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаһы, техник хеҙмәтләндереү, кесе энергетика эксплуатацияһы (Мәсетле р-ны “Шиғәле” ТЭЦ-ындағы газ турбиналы ҡулайлама, “Асы”, “Красноусол”, “Йоматау” шифаханаларындағы газ поршенлы агрегаттар; Туй‑ мазы р-ны Төпкилде а. ел электр станцияһы, Мәсетле кесе ГЭС-ы) һәм ремонт-төҙөлөш цехтары; производство, химик-аналитик лаб. инә. Продукцияһын ҡулланыусылар – БР халҡы һәм пр‑тиелары. Пр-тиела БР-ҙа тәүге тапҡыр компьютер системаһы м-н идара ителгән БКЗ-160-100-ГМ пар ҡаҙаны (1994), һыуҙы ҡайтармалы осмос ысулы м-н таҙартыу технологияһы (2002) индерелә. 2013 й. 25126 млн кВт•сәғ. электр энергияһы эшләп сығарыла һәм 165,4 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелә. М.С.Рәжәпов ис. 2‑се Өфө ТЭЦ‑ы. Ҡеүәтлелеге б-са респ. ТЭЦ-тары араһында 1-се һәм ДРЭС-тар араһында 2-се урында тора. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәүҙәр, техник хеҙмәтләндереү, ремонт-төҙөлөш цехтары; химик-аналитик лаб. инә. 2013 й. 457 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – Өфө халҡы һәм пр-тиелары. 1936 й. Черниковкала Өфө мотор з-ды ТЭЦ-ы (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. 1-се сираты файҙаланыуға тапшырыла һәм Өфө энергия комб-тының 2-се Өфө ТЭЦ-ы тип үҙгәртелә (1982 й. башлап М.С.Рәжәпов ис. бирелә), 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ филиалы (2012 й. башлап “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы). Пр-тиела Рәсәйҙә тәүге тапҡыр тоҙ кислотаһында регенерациялау м-н химик тоҙһоҙландырыу ҡулайламаһы (1995), химик реагенттар файҙаланмайынса тоҙһоҙ һыу алыу өсөн сәғәтенә 50 т етештереүсәнлекле тиҙ ҡайнаусы парландырғыс (1999) индерелә. 2013 й. 117657,3 млн кВт•сәғ электр энергияһы эшләп сығарыла һәм 169,7 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелә. Пр-тие м-н Рәжәпов, Я.З.Төхвәтуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 3-сө Өфө ТЭЦ-ы. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәүҙәр цех‑ тары; ремонт-төҙөлөш һәм ремонтлау участкалары инә. 2013 й. 292 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – Өфө халҡы һәм пр-тиелары. 1947 й. нигеҙ һалына (илдәге тәүге юғары баҫымлы электр станцияларының береһе), 1951 й. 1-се сираты сафҡа индерелә, 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ филиалы (2012 й. башлап “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ фи‑ лиалы). Пр-тиела тармаҡта тәүгеләрҙән булып юғары көкөртлө мазутты аҙ һауа ҡалдығы м-н яндырыуҙы тәьмин иткән юғары ҡеүәтле газ-мазут горелкаһы индерелә (60‑сы йй.). 2013 й. пр-тие тарафынан 39141 млн кВт•сәғ электр энергияһы эшләп сығарыла һәм 248,4 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелә. 4-се Өфө ТЭЦ-ы. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаһы, техник хеҙмәтләндереү, ремонт-төҙөлөш цехтары; химик-аналитик лаб.; етештереү майҙансығы (ҡара: 1-се ТЭЦ) инә. 2013 й. 649 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – Өфө халҡы һәм пр-тиелары. 1954 й. нигеҙ һалына, 1956 й. 1-се сираты сафҡа индерелә, 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ филиалы (2012 й. башлап “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы). Пр-тиела БР-ҙа тәүге тапҡыр кәрәҙле тығыҙлағыстар ҡуйып диафрагмалар козырёктарын модернизациялау үткәрелә (90-сы йй.). 2013 й. 111429,9 млн кВт•сәғ электр энергияһы эшләп сығарыла һәм 295,6 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелә.

К.Г.Юлаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: