АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ
1454
АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ, муниц. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Дауахана стационарҙан (820 койка), диагностика хеҙмәтенән (5 бүлек, 2 лаб.), операция блогынан (22 операция залы), туҡланыу комб‑тынан һ.б. тора. Стационарҙа 18 клиник бүлек бар: гинекология, неврология, нейрохирургия, терапия, травматология, урология, миниинвазив һәм пластик хирургия һ.б. А.м.я.д. базаһында БДМУ‑ның 8 каф., Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге эшләй. 2010 й. 200 табип һәм 442 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 11 меңдән ашыу операция яһалған, шуларҙың 6 меңдән ашыуы — ашығыс. 1991 й. ойошторолған.
Ғ.Ш.Ишмөхәммәтов
Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: