Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1394

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР (Crustacea), быуынтығаяҡлылар класы. 5 ярым класы (айғолағаяҡлылар, цефалокаридалар, максиллоподалар, ҡабырсаҡлылар, юғары төҙөлөшлө ҡыҫалалар), 17‑нән ашыу отряды, яҡынса 40 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 ярым класҡа ҡараған 132 төрө бар. Кәүҙәһе мм өлөштәренән алып 80 см тиклем, баштан, күкрәктән һәм ҡорһаҡтан тора, хитин панциры м‑н ҡапланған. Кәүҙә сегменттарында берәр пар ике тармаҡлы аяҡ бар, ғәҙәттә базаль өлөштән (протоподит) һәм унан сыҡҡан тармаҡтарҙан (экзоподит һәм эндоподит) тора. Башы баш көрәгенән (акрондан) һәм 4 сегменттан (антенулалар, антенналар, өҫкө һәм 2 пар аҫҡы яңаҡтары урынлашҡан) ғибәрәт; беренсел баш (протоцефалон) һәм яңаҡ сегменттары (гнатоцефалон) тоташ йәки айырым булыуы мөмкин. Күпселек төрҙәрҙә баш бүлеге күкрәк м‑н ҡушылып баш-күкрәк хасил итә.

Күп Ҡ.һ. күкрәк аяҡтары бер нисә функция башҡара (тын алыу, йөҙөү һәм һөҙөү өсөн хеҙмәт итәләр). Аш һеңдереү системаһы алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Алғы эсәгендә сәйнәү ашҡаҙаны урынлашҡан; урталағы эсәге аш һеңдереү функцияларын үтәгән парлы бауыр м‑н тоташа. Айғолаҡтары, ваҡ төрҙәре тән япмаһы м‑н тын ала. Ҡан тамырҙары системаһы (максиллоподаларҙа һәм ҡабырсаҡлыларҙа юҡ) йомоҡ түгел; йөрәге йөрәк яны муҡсаһында урынлашҡан. Күпселек Ҡ.һ. бүлеп сығарыу ағзалары — баш бүлегендә урынлашҡан 2 пар бөйөр. Нервы системаһы баш мейеһе һәм ҡорһаҡ нервы сылбырынан тора. Бөтә Ҡ.һ. да тиерлек күҙе бар: ябай (циклоптарҙа), ҡатмарлы (юғары төҙөлөшлө ҡыҫалаларҙа) һәм ике төр берләшкән (карп беттәре). Күпселек Ҡ.һ. айырым енесле, енси диморфизм, ҡайһы бер төрҙәргә партеногенез хас. Күпселек төрҙәрҙә аталандырылған йомортҡанан (ғәҙәттә инә зат етлегеү камераһында йөрөтә) төҙөлөшө б‑са өлкән затҡа оҡшаған планктон балағорто (науплиус) сыға; йылға ҡыҫалаһының һ.б. үҫеше — тура.

Бер күҙәнәкле организмдар, детрит, органик матдә, үҫемлектәрҙең һутлы өлөштәре, хайуан һәм емтек м‑н туҡлана. Һыуҙа, ҡайһы бер төрҙәре (ҡырҡаяҡтар һ.б.) дымлы урында йәшәй. Һыу экосистемаларының компоненты, ҡырҡаяҡтар тупраҡ яһау процесында ҡатнаша, ҡайһы берҙә парниктарҙа а.х. культураларын зарарлай. Күпселек Ҡ.һ. кәсеп өсөн махсус үрсетелә.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019