ТОРАМА
ТОРАМА, археологик ҡомартҡы, боронғо заман һәм Урта быуат дәүерендә кеше йәшәгән урын. Ташбыуат Т. — торалар, бронза быуатыныҡына — Т., тимер быуаттыҡына тораҡтар йәки ҡаласыҡтар инә. Төҙөү ысулы б‑са нығытылмаған (торалар, тораҡтар) һәм нығытылған (ҡаласыҡтар) Т. айырыла. Төрлө тарихи‑мәҙәни осорҙарға ҡараған мәҙәни ҡатламлы (кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеп, торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыһы, усаҡ, мейес, эш ҡоралы, көнкүреш ҡалдыҡтары һ.б. торған тиҫтәләрсә метр ҡалынлыҡҡа еткән тупраҡ ҡатламы) ҡомартҡылар күп ҡатламлы Т. булып иҫәпләнә. Башҡортостанда Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәтенең 1000‑дән ашыу Т., ш. иҫ. күп ҡатламлы Т. (Кәкрекүл торамаһы, Морат, Романовка торамалары), табылған. Башлыса йылға һәм күл буйҙарында урынлашҡан. Иң боронғо күп ҡатламлы Т. палеолит дәүеренә ҡарай (Урта Түбә). Майҙаны 2,5—13 мең м2 (Дәүләкән, Ҡәҙерторамаһы һ.б.), мәҙәни ҡатлам 0,6—1 м, айырым осраҡтарҙа 2,5 м тиклем (Мулла тораһы) тәшкил итә. Бронза быуатында Т. б.э.т. 18—16 бб. барлыҡҡа килә (Баланбаш, Бикҡолторамалары, Төбәк һ.б.). Т. майҙаны — 3—9 мең м2, мәҙәни ҡатлам — 0,2—0,9 м. Шулай уҡ майҙаны 60 мең м2 тиклем еткән, урҙар һәм соҡорҙар м‑н нығытылған Т. осрай (Арҡайым, Ҡуйсаҡ, Һынташты). Т. ярым ер өйҙәр (Йомаҡ торамалары, Йүкәлекүл торамаһы һ.б.), ер өҫтө торлаҡтары (Айыт торамаһы, Таулыҡай торамаһы, Төбәк һ.б.), усаҡ (Бикҡол торамалары, Таналыҡ, Төбәк һ.б.), металл эшкәртеү мейесе (Таулыҡай торамаһы һ.б.) ҡалдыҡтары һ.б. табылған. Т. материалдары керамиканан, эш ҡоралдарынан (балсыҡ орсоҡбаш, бронза һәм тимер бысаҡтар, ураҡ, балта, таш тирмән, иген онтағыс, ҡайраҡ, төйгөс, һөйәк энә, тишкес һ.б.), ҡоралдан (бронза, таш һәм һөйәктән эшләнгән һөңгө остары, уҡ башаҡтары һ.б.), биҙәүестәрҙән (бронза айыл, беләҙек, йөҙөк, бронза һәм һөйәк сулпылар, быяла муйынсаҡ һ.б.) ғибәрәт. Бронза быуаты Т. күпселеге ш. уҡ күп ҡатламлы, был ошо осорҙағы төрлө археологик мәҙәниәттәргә ҡараған ҡәбиләләрҙең үҙ‑ара бәйләнешен сағылдыра (Иҫке Ҡабан торамаһы II, Йомаҡ торамалары, Төбәк һ.б.). Төрлө тарихи дәүерҙәргә ҡараған күп ҡатламлы Т. таш быуаттан алып тимер быуатҡа тиклем Көньяҡ Уралға халыҡтың килеп ултырыу этаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Ю.А.Морозов
Тәрж. Д.К.Үзбәков