Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИБӘҘӘТХАНА

Просмотров: 1420

ҒИБӘҘӘТХАНА, археологик ҡомартҡы; бер нисә тарихи дәүер буйына табыныу өсөн хеҙмәт иткән тәбиғи объект йәки яһалма ҡоролма, тип фараз ителә. Ғ., ҡағиҙә булараҡ, теге йәки был урын рухтары (ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр, тау ҡыуыштары һәм мәмерйәләр янында, таутүбәләрендә), мәрхүм ата‑баба (боронғо ҡәберлектәрҙә), ғаилә‑ырыу общинаһы ҡурсалаусылары (торлаҡтарҙа һәм торамаларҙа) хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылғандар. Ғ. табыныу объектынан (тау, һынташ, ҡаяға төшөрөлгән һүрәт, изге сауҡалыҡ, кәшәнә, боронғо бина һәм нығытма ҡалдыҡтары, тораташтар, тау башындағы йәки артылыштағы убалар, таш йәки кәҫ ҡоролмалар һ.б.) тыш, ҡорбан килтереү урыны булыуы мөмкин. Көньяҡ Уралда палеолит дәүеренә ҡараған иң боронғо Ғ. һүрәт төшөрөлгән мәмерйәләрҙә һәм тау ҡыуыштарында (Игнат ғибәҙәтханаһы, Заповедный ғибәҙәтханаһы, Шүлгәнташ) табылған. Неолит энеолит осоронда Ғ. һүрәт төшөрөү м‑н бер рәттән кешене лә ерләй башлайҙар (ҡара: Бурановка тораһы һәм яҙыуҙары). Бронза быуатҡа һәм иртә тимер быуатҡа Ғ. ҡорамдар (ҡара: Һынташты), мәмерйәләрҙәге Ғ. (Ташморон тау ҡыуышы, Байсланташ мәмерйәһе) ҡорбан килтереү (башлыса хайуан һөйәктәре) һ.б. хас. Урта быуат дәүерендә Уралда ырыу тауҙарына табыныу (ҡара: Торатау), рухтарға, тау хужаларына (Тишекле‑ тау, Ташаҫты һ.б.) уҡ бүләк итеү йолаһы м‑н бәйле Ғ. була.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019