Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИКУНОВ Александр Степанович

Просмотров: 1525

ПИКУНОВ Александр Степанович (10.1.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙер Өфө ҡ. эсендә, — 14.1.2012, Өфө ҡ.), танкист, подполковник (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота училищеһын (1942), Сталинград танк училищеһын (1944), КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге 3 йылыҡ Өлкә партия мәктәбен (1956) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районында ер төҙөлөшө белгесе. 1941 й. декабренән алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. майынан Калинин, Төньяҡ-Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия армияһы 9‑сы механизацияланған корпусының 91‑се танк бригадаһы 2‑се танк батальоны танк командиры кесе лейтенант П. 1945 й. апрелендә Берлин ҡ. штурмлағанда алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Өфө районы һәм ҡалаһы предприятиеларында, 1959—79 йй. БАССР ЭЭМ‑ы органдарында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. П. исеме урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Өфө районы Дорогино а. урам һәм урта мәктәп уның исеме менән аталған, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, территорияһында бюст ҡуйылған.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Кирпичики Победы: (Фронтовые воспоминания). Уфа, 2008.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: