Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНОНИМДАР

Просмотров: 3084

СИНОНИМДАР (гр. synōnymos — бер исемдәге), мәғәнәләре тулыһынса тап килгән йәки бер‑береһенә бик яҡын булған, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр. С. мәғәнәһен сағыштырыу өсөн һүҙҙең лексик‑семантик варианты алына; күп мәғәнәле һүҙ бер нисә синонимик рәткә (парадигма) инергә мөмкин. Һәр бер синонимик рәттең эсендә телмәрҙә иң йыш ҡулланылған, ирекле ярашҡан, стилистик йәһәттән нейтраль һүҙ — доминанта айырыла. Башҡорт телендә С. барлыҡҡа килеүе номинация процестары, телдең эске үҫеш закондары үҙләштерелгән һүҙҙәр, эвфемизмдарҙы ҡулланыу һ.б. м‑н бәйле. Функциональ планда мәғәнә төҫмөрҙәре м‑н айырылған, семантик (идеографик), мәҫ.: “атаҡлы”, “билдәле”, “данлы”, “данлыҡлы”, “күренекле”, “мәшһүр”, “танылған”, “шанлы”, “шөһрәтле”; төрлө стилистик төҫмөрлө, стилистик: “кеше”, “әҙәм”, “бәндә” һ.б., С. бүленә. С. парлы һүҙҙәр яһауҙа ҡатнаша (ҡара: Һүҙьяһалыш): “буй‑һын”, “кәкре-бөкрө”, “ҡайғы‑хәсрәт”, “таныш‑белеш”. Башҡ. теленең С. З.Ғ.Ураҡсиндың “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге”ндә (2000; яҡынса 3 мең берәмек) тупланған.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: